Дуҫтар һорай...09.12.2011
Дуҫтар һорай:
"Хәлдәр нисек әле?"
Һәйбәт, тимен,
Һәйбәт әлегә.
Эстән генә рәхмәт әйтеп ҡуям,
Кергән өсөн
Минең хәлемә.
Хәл бар, шөкөр!
Йөрәк бишек кеүек,
Яңы йырҙар унда
Бәүелә.
(Йырҙар ҙа шул
Сабый бала ише, —
Берсә уйнай, илай,
Йә көлә...)
Хәл бар әле.
Әгәр арып китһәм,
Таянырға янда
Таяғым.
Ярай әле
Рухым таяҡ тотмай —
Ныҡ терәгән рухым
Аяғын.
...Ни хәл итәң —
Донъя тулы соҡор,
Абынаһың икән,
Йәл инде...
Тик дуҫтарың ғына
Һорамайса
Белһә ине һинең
Хәлеңде.
Салауат Әбүзәров