Арба09.12.2011
Ер әйләнә тәгәрмәстәй,
Сейләнә
Күсәрҙәре.
Ғүмер — арба,
Ә секундтар —
Арбаның
Күсерҙәре.

Бер өҙлөкһөҙ һуға-һуға,
Ҡыуалап
Ваҡыт атын,
Ҡайҙа табан ашыҡтыра
Һуң улар
Әҙәм затын?

Әҙәм атты бора алмаҫ,
Ҡайҙа алып
Барһа ла.
Һуңғы туҡталышҡа тиклем
Барыр
Ошо арбала.

...Үҙ арбамда йырлап киләм,
Моңдар мине
Арбаған.
Ҡолап ҡалһам,
Әйтмәһендәр:
"Төшкән тишек арбанан..."

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад