Ҡаһармандар иҫтәлегенә17.11.2011
Кисә Ҡырмыҫҡалы районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 70 йыллығы айҡанлы тантаналар башланды. Уларҙы урындағы хакимиәт ойошторҙо.
Сараларҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, республиканың Хәрби Дан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙары хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан журналистары ҡатнашты.
Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында батырҙың бюсына сәскә һалдылар. Тантаналы митингта ветерандар — дивизияның элекке яугирҙәре, шулай уҡ ҡаһарман кавалеристарҙың балалары сығыш яһаны. Артабан ҡунаҡтар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың музейын ҡараны.
Тимур РӘХМӘТУЛЛИН.


Вернуться назад