Бер һүҙ09.12.2011
Минең хаҡта,
Көсөк кеүек,
Бер һүҙ сабып китте
Бер көн.
Ҡул һелтәнем:
Зыяны юҡ,
Өрә икән, әйҙә,
Өрһөн.

Йөрөһөн тип,
Хаталандым,
Ах, үҙем дә
Бешмәгәнмен.
Һиҙмәй ҡалдым
Арт яғымдан
Бер эт килеп
Тешләгәнен...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад