1992 йылдың ноябрендә төньяҡ-көнбайыш төбәктә йәшәүсе һәм ижад итеүселәр өсөн ҙур ваҡиға булды: Яңауыл ҡалаһында яҙыусылар ойошмаһы төҙөлдө. Был иһә ижад көстәренә ярҙам күрһәтеү ниәте менән эшләнде, уларға яңы мөмкинлектәр асылды. Ойошманың төп маҡсаты — башлап яҙыусыларҙы берләштереү, уларҙың ижадына йүнәлеш биреү, ваҡытында ярҙам күрһәтеү, талантлы йәштәрҙе тәрбиәләп, әҙәбиәт майҙанына сығарыу.
Яңауыл яҙыусылар ойошмаһы мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнеш тота. Уҡыусылар ижадына ҙур иғтибар бирелә, улар өсөн күренекле яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ. Ижад ойошмаһының эше көндән-көн төрләнә, офоҡтарыбыҙ киңәйә бара. Даими рәүештә урындағы, республикалағы гәзит-журнал биттәрендә, радио, телевидение аша сығыш яһайбыҙ.
Ижад дәртен һүндермәйсә, яңы әҫәрҙәр тыуҙырып, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе артабан да ҡыуандырып йәшәргә тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Ҡасандыр “Замандаш” әҙәби берләшмәһенә йөрөгән, үҙ ҡәләмен шымартҡан 10 әҙип Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булып тора. Улар төрлө йәштә, төрлө жанрҙа яҙа, әҫәрҙәрендә бөгөнгө көн проблемаларын нисек хәл итеү тураһында уйлана, ерҙең ысын хужалары булырға өндәй.
Яңауыл районы хакимиәте йәш яҙыусыларҙы ижади эшкә ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында 1997 йылда Ғәли Соҡорой исемендәге премия булдырҙы. Ул иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәр авторына йыл һайын бирелә.
Бына шулай ижади эшсәнлегебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп, емештәрен татып йәшәйбеҙ.
Фәрит СУФИЯРОВ,
шағир, Яңауыл яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары.
Тауҙарым
Тауҙарҙа тыуҙым мин,
Ғорур тауҙарҙа.
Тауҙарҙан көс алып
Еңергә дауҙарҙа.
Мин — Урал балаһы,
Йәнем киң күкрәкле.
Ә һуң киң күңелгә
Ерҙә күп кәрәкме?!
Урманым — Уралдың
Киң йәшел таҫмаһы.
Салауат күпере —
Мөхәббәт баҫмаһы.
Тауҙарым — ҡалҡаным,
Таянам тауҙарға.
И ерем, мин тоғро
Һиндәге таңдарға.
Рәис Риянов.
Эсемдәге — тышымда
Талғын ел кеүек тынысмын
Йә әйләнәм ташҡынға.
Яһалма була алмайым,
Эсемдәге — тышымда.
Үсем дә бар
Яуызлыҡҡа,
Ҡылысым да йыш ҡында.
Көрәшәм — арттан сәнсмәйем,
Эсемдәге — тышымда.
Эҫелә күләгә булып,
Йылытырмын ҡышын да.
Ялғанға ғына ҡеүәт юҡ,
Эсемдәге — тышымда.
Күңелемдә һис кемгә лә
Асыу ҙа юҡ, юшҡын да.
Әммә хаин ярлыҡанмай,
Эсемдәге — тышымда.
Рәнйетмәгеҙ нахаҡтарға,
Шундай булған өсөнгә.
Күҙ йәшемде бер кем күрмәҫ,
Бар һағышым — эсемдә.
Рафиға УСМАНОВА .
* * *
Ҡағылам да күңелдәрҙең
Өҙгөләйем бар ҡылын.
Мин – моңло йыр, мин – күҙ йәше,
Йән көйҙөрә ялҡыным.
Мин юлдарға саҡырып өндәшәм,
Яҡынайтам йыраҡты.
Әллә нисә меңгә теләм
Йоҙроҡ ҡәҙәр йөрәкте.
Көйөм менән, динем менән
Һәр кемгә лә таныш мин.
Имәндәргә тиңдәрҙе лә
Тал-тирәктәй бөгөлдөргән
Һағыныу мин, һағыш мин.
Кәүсәриә ШАФИҠОВА.
Етем ҡалған тирәктәр
Тауҙар сүккән, шишмә һыуы кипкән,
Ауыл киткән инде күсенеп,
Һыу буйында, болондарҙа йөрөнөм,
Төрлө уйҙар баштан кисереп.
Йорт нигеҙҙәре лә ҡалмаған бит,
Ҡарт тирәктәр тора ҡалтырап.
Офоҡтарҙа көмөш тәңкә һымаҡ
Ҡояш нуры уйнай ялтырап.
Тынлыҡ баҫҡан тамам тирә-йүнде,
Ағын һыуҙар тауышын юғалтҡан.
Юҡһындыра йәшел һуҡмаҡтарым,
Бер нәмә юҡ мине йыуатҡан.
Тауҙарыма менеп ҡарайым мин,
Яҡты хәтирәләр яңырһын.
Бабайҙарҙан ҡалған зыярат бар,
Тәрәнәйтте күңел яраһын.
Ауылымды һағынып, күк йөҙөнә
Моңһоу ҡарашымды төбәнем.
Һандуғастар тауышы ишетелмәй,
Етем ҡалған тормош тирәгем,
Сабырланһа икән йөрәгем.
Фәрит СУФИЯРОВ.