Һәр замандың үҙ “Робинзон”ы28.11.2012
Һәр замандың үҙ “Робинзон”ыМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бөйөк урыҫ яҙыусыһы Александр Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы булды. Режиссеры — театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов.

Кешелекте йәшәткән мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында был әҫәр. Пьесала “аҡ” менән “ҡара”ның мәңгелек көрәше, йәмғиәттә кешеләр араһындағы мөнәсәбәт юғары художество кимәлендә һәм аңлайышлы бирелгән. Шуға күрә үҙенең затлы асылын быуаттар дауамында юғалтмай, бөгөн дә режиссерҙарҙың иғтибарын үҙенә тарта “Бирнәһеҙ ҡыҙ”.
Пьесаның йөкмәткеһе лә, рухы ла (әҫәр 1878 йылда тамамланған) беҙҙең хәҙерге көнгә ауаздаш, уның фәҡәт шул сәбәпле тағы сәхнәгә күтәрелеүенә (башҡортса 1953 йылда режиссер Ҡ. Бакиров тарафынан ҡуйылған) премьераны ҡараған һәр тамашасы инаныр, моғайын. Ҡуйылыш формаһы, художество, костюмдар буйынса биҙәлеш (рәссам — А. Нестеров), шулай уҡ музыкаль яҡтан биҙәү (И. Яхин), пластика (С. Асҡарова), билдәле бер стиль әҫәргә ғәжәйеп аһәң биргән. Ваҡиғаларҙың ҡайһы заманда йә урында барыуы ҡуйыусы төркөмгә һәм башҡарыусыларға артыҡ мөһим дә булмаған кеүек. Уларҙың маҡсаты — бөгөн йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙең аҡсаға, һатыу-һатып алыуға ҡоролоуын, шул сәбәпле әхлаҡ, ихласлыҡ, бер-береңә ышаныс юғала барыуын һүрәтләү, Лариса роле аша кешенең һәр осраҡта кеше булып ҡалырға тейешлеген, рух бөйөклөгөн раҫлау.
Пьесаның сюжетын күптәр яҡшы белә. Төп героиняның яуапһыҙ мөхәббәте, бирнәһе булмау сәбәпле егеттәрҙең, шул иҫәптән байҙарҙың да уға өйләнергә ашыҡмауы хаҡында мәктәптәрҙә өлкән класс уҡыусылары инша яҙа, ябай тамашасы “Жестокий романс” фильмын ҡарай. Ә әҫәрҙә күҙгә бигүк күренеп бармаған, әммә бик “мәргән” бер образ бар, ул — Робинзон. Һәм был образ үҙенә айырым иғтибар бүлеүгә лайыҡ. Һүҙем — ошо персонаж хаҡында. Был ролде театрыбыҙҙың тәжрибәле сәхнә оҫталары — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров башҡарҙы.
Робинзон образы хаҡында һөйләр алдынан саҡ ҡына пьесаның йөкмәткеһенә туҡталайыҡ. Лариса Огудалова — һылыу, әммә бирнәһеҙ ҡыҙ. Янында — бай сәнәғәтселәр һәм сауҙагәрҙәр. Ҡыҙҙың әсәһе улар менән ихлас аралаша, нисек тә шул байҙарҙың береһе менән ҡоҙалашырға хыяллана. Ә Ларисаның күңеле тик берәүҙә. Ул — Сергей Сергееич Паратов, “бик ҡупшы барин, пароход хужаһы, йәше утыҙҙан уҙған”. Паратов бик бай ҡыҙға өйләнә — бирнәгә алтын приискылары вәғәҙә ителә бит! Шулай итеп, матди ҡиммәттәргә ынтылыу, алдаҡ, хыянат, мөхәббәт һәм күрә алмау хистәренең үлемесле бәрелеше һөҙөмтәһендә ҡыҙҙың йөрәге бөтөнләй туңа, йәшәүенең мәғәнәһе ҡалмай. Лариса бөтөнләй юғалып ҡала. Күрәһең, был “шайтан ҡуласаһы”нан ҡотолоу юлы юҡ. Кемдер мине үлтерһен ине, тигән ҡот осҡос һығымтаға килә йәш, саф, аҡыллы ҡыҙ һәм, ысынлап та, Паратовҡа эскерһеҙ мөхәббәте өсөн яратмаған, хатта күрә алмаған, әммә йәрәшелгән кейәүе Карандышев ҡулынан һәләк ителә.
Пьесала ошо йәмғиәттә кәмһетелеп, бисара хәлендә көн итеүсе бәләкәй кеше бар. Ул — артист Робинзон, ысын исеме — Аркадий Счастливцев. (Әйткәндәй, А. Островскийҙың пьесаларында беҙ был һөнәр эйәләрен йыш осратабыҙ, уларҙы автор ярата, яҡларға, хәлдәрен аңларға ынтыла).
Вожеватов. Ни өсөн Робинзон һуң ул?
Паратов. Бына ни өсөн: үҙенең дуҫы, ниндәйҙер бер сауҙагәр малайы менән пароходта барғандар, икеһе лә лаяҡыл иҫерек булған. Баштарына нимә килә, шуны ҡыланғандар. Халыҡ һаман сыҙап килгән. Шунан, бара торғас, йүләрлектәренең осона сығып, былар драма уйнарға тотонған. Шыр яланғас сисенәләр, бер мендәрҙе телгеләп, мамығында аунайҙар ҙа ҡырағайҙар булып ҡыланалар, ти. Ахыр сиктә капитан, халыҡ талабына буйһоноп, быларҙы бер буш утрауҙа төшөрөп ҡалдырған. Шул утрау яғынан үтеп барғанда ҡарайым: берәү, ҡулдарын күтәреп, беҙҙе саҡыра. Мин шунда уҡ пароходты туҡтатам, үҙем шлюпкаға ултырам да, барып, артист Счастливцевты ҡотҡарам. Пароходҡа алып килеп, баштан-аяҡ кейендерәм үҙен — миндә артыҡ-боҫтоҡ кейем етерлек. Әфәнделәр, артистарға ҡарата күңелем йомшаҡ минең... Бына ни өсөн ул Робинзон.
Һәм Паратов — артисты, үҙенең күңелен күргән, кәрәк икән дуҫтарса хәстәрлек күрһәтә белгән актер Счастливцевты — үҙенең “тере әйбер”енә әйләндерә. “Робинзон” эсергә ярата, артыҡ бер нәмәгә лә дәғүә итмәй, бөгөнгө менән генә йәшәгән ябай кеше булараҡ, аҡсалы хужаһын ғына тыңлай, уға ғына буйһона. Счастливцев фамилияһына, үҙ-үҙен тотошона ҡарағанда бәхетле кеүек, теремек, ихлас, һис бойоҡмай. Кешеләргә ышаныусан, кемдәр араһында йәшәүенә артыҡ иғтибар бирмәгән бер ҡатлы ижад кешеһе байҙар янында бисара хәлендә йәшәүенә зарланмай. Зарланып та ни эшләйһең? Тик был тормош ваҡытлыса, түҙемлектең дә сиге була бит. Әлбиттә, Робинзонды бахыр тиергә бик үк тел дә бармай, сөнки социаль тигеҙһеҙлекте, Лариса тирәләй ваҡиғаларҙы күреп, Аркадий Счастливцев уларға дөрөҫ баһа бирә, һығымта яһай. “Юлбаҫарҙар, ҡырағайҙар! Ҡайҙан килеп эләктем мин бында?!” — тип үҙе лә аптырауға ҡала. Улай ғына ла түгел, аҡса хаҡына мөхәббәтен һатҡан Паратовҡа ла (А. Ғафаров), башҡаһына ла ҡаршы торорға көс таба Робинзон, хатта, “сәхнә” кейемдәрен сисеп ырғытып, улар янынан ҡасырға ла ынтыла. Башҡаса кәмһетелеп йәшәгән Робинзон түгел ул!.. Эйе, революция яһамай артист, шулай ҙа уның йөҙөндә беҙ кешенең тәбиғи саф хистәре теләһә ниндәй осраҡта һаҡланырға тейеш, кеше бер-береһенә дошман түгел, кешенең азатлығы иң бөйөк хәҡиҡәт тигәнде күрәбеҙ.
“Был ролде ихлас эшләнем, геройымдың кешеләргә ышаныусан, күңелсәк булыуы, яманлыҡ ҡылмауы яҡын, — ти Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов. — Артисҡа артист ролен башҡарыу бик ҡыҙыҡ икән ул, етмәһә, классик әҫәрҙә. Күптән бындай ролдә уйнағаным булманы. Геройҙың бер бите көлә, дөрөҫө көлөргә мәжбүр, ә икенсеһе илай. Рухы күктә, иректә, йәне ерҙә ыҙа сигә ул бахыр Хоҙай бәндәһенең. Бөгөн аҙмы ни ундай алданған, ярлы, бер ҡатлы Робинзондар?”
Спектакль тамамланғас та, артистың күҙҙәренән таралған бөткөһөҙ һағыш, тәрән, тулҡынландырғыс моң кеүек, тамашасы күңеленән китмәй. Ысын мәғәнәһендә йәл һәм ҡыҙғаныс ине спектакль аҙағында артист Счастливцев. Мауыҡтырғыс итеп, бирелеп башҡарҙы Р. Заһитов был ролде.
А. Островскийҙың пьесаларында артист һөнәренә эйә персонаждарҙы байтаҡ осратырға була, тинек. Был геройҙар — төрлө яҙмыштарҙы оҫта уйнаған, ә үҙҙәренең тормоштары уғата ҡатмарлы ижад кешеләре. Драматург һәр ваҡыт тиерлек артист-персонаждарға үҙенең йылы мөнәсәбәтен һиҙҙерә, сөнки, уныңса, миһырбанһыҙ, йәнһеҙ, йөрәкһеҙ бәндә артист була алмай. “Бирнәһеҙ ҡыҙ”ҙа ла Ларисаның хәлен аңлаусы — Робинзон.
Пьесала мөнәсәбәттәр һатыу-һатып алыу принцибына ҡоролған, кешеләрсә аралашыуҙың кәрәге ҡалмаған йәмғиәттең Робинзоны — кешелеген юғалтмаһа ла, байҙар янында ялманырға өйрәнеп, эт ҡайышына әйләнгән зат. Ул да яраҡлашҡан, шунһыҙ йән аҫрармын тимә.
Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров былай ти: “Роле бик ҙур түгел, әммә хәл иткес. Робинзон — йәмғиәткә кәрәкһеҙ, бәләкәй кеше, Лариса кеүек үк, бай Паратовтың уйынсығы, әйбере. Яҙмыштары “ниндәй меценатҡа эләгеүҙән” ғибәрәт ундайҙарҙың. Бөгөн Кеше рухының бер тин тормауын, ижад кешеһенең эше лайыҡлы баһаланмауы күренешенә ауаздаш Робинзон яҙмышы. Эйе, һәр осорҙоң үҙ Робинзоны: Островскийҙа ул йәмғиәткә яраҡлаша белә, байҙар менән уртаҡ тел таба, талантлы, тышҡы яҡтан бошмаҫ. Паратовтың: “Заманаһына яраҡлашып өйрән, бисара дуҫым! Белемле хакимдар, меценаттар заманы үтте инде; хәҙер буржуазия ҡанат йәйә!” — тигән һүҙҙәренә: “Мин тупаҫ сауҙагәрҙәр түгел, ә дворяндар яҡлы хәҙер”, — тип үҙ мөнәсәбәтен нығытып тора, “хужа”һының тупаҫлығын, һәр осраҡта мыҫҡыл итеүен күрмәҫкә тырыша меҫкен артист. Ысынлап та, был хәҙерге заман. Йәмғиәт тарафынан яҡланмаған, матди хәле шәптән булмаған, шул сәбәптән тормошҡа төрлөсә яраҡлашырға, үҙҙәре теләмәгәнде эшләргә мәжбүр ижад кешеләрен иҫкә төшөрмәйме ни Робинзон?”
Үҙ ихтыярынан тыш йылмайырға, ярамһаҡланырға күнеккән, бахыр, теремек кеше булып күҙ алдына баҫа Илдар Ғүмәровтың Робинзоны. Аҡса бар ерҙә кешеләрсә мөнәсәбәткә урын юҡ, тик ул кешелеклелеген юғалтмаған. Артисты уйнау театр эсендә театр уйнау кеүек, тиҙәр. Классик геройҙар араһында ҡатмарлы һаналған Робинзон образын Илдар Ғүмәров “артист йөрәкле”, ышандырғыс, еңел, мауыҡтырғыс итеп башҡарҙы, башҡа геройҙарҙың характерын асыуға, ваҡиғалар барышына ғәжәйеп йоғонто яһаны.
Рәмилә ЙӘҺҮҘИНА.


Вернуться назад