Ейәнсура — данлы төбәк. Республикабыҙҙа билдәле бик күп шәхес тыуған унда. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәйзулла Солтанов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Хәсән Назар, профессор Ирек Аҡманов, йырсы Мәғфирә Ғәлиева, халыҡ шағиры Марат Кәримов...
Исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин. Был изге эштә Ейәнсура яҡташтар ойошмаһының өлөшө ҙур. Ул бына инде 12 йыл эшләп килә.
8 декабрҙә сәғәт алтыла Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында берекмә яҡташтарын, дуҫтарын йыя. Мәҙәни сара күренекле шағир Хәсән Назарҙың ижадына һәм дәүләт эшмәкәре Фәйзулла Солтановтың яҡты рухына арнала. Сағыу тамашала Ейәнсура таланттары сығыш яһаясаҡ. Район үҙәгенән рәсми делегацияның да килеүе көтөлә.
Рухиәт байрамында “Башҡортостан” гәзитенә, шулай уҡ тыуған төйәгендәге яңылыҡтарға һәр ваҡыт хәбәрҙар булырға теләгәндәргә "Ейәнсура таңдары"на яҙылыу мөмкинлеге буласаҡ. Күркәм тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.