Шиғри биҙәктәр28.11.2012
Йәйәүле...
Был донъяла беҙ үткенсе генә,
Был донъяла беҙ бер йәйәүле,
Был донъя яратмай үтенгәнде,
Ул яратмай һыҡтау-йәлләүҙе...
Юлыбыҙҙа атлылар ҙа осрай,
Осрай ерҙән шыуышыусылар,
Кемдер телем генә икмәк һорай,
Кемдер шуға уны ҡамсылай...
Кемдер йылан кеүек борғолана,
Кемдер оса күктә ҡош булып,
Кемдер терпе кеүек энә сәнсә,
Кемдер көлә шуға иш булып...
Күпме йөҙҙәр, һүҙҙәр һәм хыялдар!
Кем тыуҙырҙы ошо донъяны?!
Йәйәүлене кем ҡанатлы итте,
Кем хыялдар менән уйнаны?!
...Юҡ яуаптар бөтмәҫ һорауҙарға,
Беҙ бит бында бары үткенсе,
Юлыбыҙҙан йәйәүләрбеҙ шулай,
Юлдарыбыҙ кинәт бөткәнсе...
Һыуһағайным...
Һыуһағайным, тик тамсы ла
Һыу тапманым,
Шишмә янына барғайным,
Ул аҡманы.
Болоттарға инәлгәйнем,
Улар юҡтар,
Мине яндырыу уттар
Ҡасан туҡтар?!
Кипкән ирендәрем һаман
Көтә тамсы,
Ә ҡояш мине яфалай —
Уҫал ҡамсы!
Ғазапланам, бер тамсыға
Тилмерәмен,
Ләкин һине ҡотҡарып мин
Өлгөрәмен...
Күҙҙәремдән һығып алып
Ике тамсы,
Илтәмен усыма һалып...
Уянғансы
Шишмәләр, яуып үткәнсе
Ләйсән ямғыр,
Минең күҙ йәштәрем һиңә
Тып-тып тамыр...
Бында ҡояш кәрәк
Диоген кеүек, көндөҙ шәм яҡтыртып,
Кеше эҙләнем мин,
Кешеләр юҡ, улар бөткән, тигәндәргә,
Юҡ, түҙмәне йәнем.
— Кеше исеменә хаҡлылар бар —
Тирә-яҡҡа ҡара!
Шәм яҡтыһы менән кешеләрҙе
Эҙләп алға барам.
Әллә дөрөҫ һөйләгәндәр миңә?
Тик берәүҙе күрҙем —
Юлда торған хәйерсене йәлләп
Киҫәк икмәк бирҙе.
Динозавр ғына түгел, хәҙер
Кешеләр ҙә һирәк.
Ҡулымдағы шәм яҡтыһы һүнде —
Бында ҡояш кәрәк...
Бәхет, бәхет, ҡайҙа
ҡасаһың һин?
Бәхет, бәхет, ҡайҙа ҡасаһың һин?.. —
Туҡтап торсо, минең бергенәм,
Күңел, күңел, ҡайҙа осаһың һин?.. —
Әллә һиңә ҡояш күренә
Хыял иткән бәхет ҡошо булып?
Яңылышма, алдар яҡтылыҡ,
Бәхет тыуыр ерҙән наҙға тулып
Һәм яныңа осор атылып,
Бәхет килер иркә сәскә булып,
Йөрәк, көтмә уны күктәрҙән,
Үҙ бәхетен юғалтыусыларҙың
Ул тик һағыштарын күтәргән...
Ерҙә эҙ ҡала
Һыҡтама, дуҫ, ауырлыҡтар
Алҡымдан алһа,
Ергә ҡол кеүек ҡолама,
Быуындар талһа.
Ауырлыҡтар ғүмер кеүек...
Барыбер үтә.
Ышан: киләсәктә беҙҙе
Еңеүҙәр көтә.
Ғүмер юлынан атлай-атлай
Быуындар тала.
Тик атлағанда ғына, дуҫ,
Ерҙә эҙ ҡала!
Һөтлө сәй
Өләсәйемә
“Кем булһаң да, кеше булып
ҡал һин”, —
Тип әйткәйне миңә өләсәй,
Өләсәй юҡ хәҙер, аманатҡа
Ҡышҡы һалҡындарҙа — йылы сәй...
Икәү бергә серҙәр сисә-сисә,
Эсә инек шулай һөтлө сәй,
Һин инде юҡ, иренемдә генә
Сәйең тәме ҡалды, өләсәй.
Тау башында яңғыҙ ҡайын булып
Әллә яулыҡ болғай өләсәй?!
Йылдар үткәс, һағындыра икән
Бала саҡта эскән һөтлө сәй...
Рәшит Зәйнуллин.