
Рәшит Зәйнуллиндың тәүге китабы, ҡулъяҙма хәлендә йәш шағирҙарҙың 2009 йылдың майында Учалы ҡалаһында уҙғарылған республика семинарында тикшереүгә ҡуйылып, ыңғай баһа алды.
“Хыял иле” тип атаған йәш шағир үҙенең беренсе йыйынтығын. Был атамаға ул, әлбиттә, киң мәғәнә һалған: хыялһыҙ тормош күңелһеҙ, хатта мәғәнәһеҙ йәшәүҙер. Хыял кешене ҡанатлы ла итә, маҡсатҡа әйҙәй, киләсәккә өмөтләндерә.
Рәшит шиғырҙары аша уҡыусыны үҙенең хыял иленә саҡыра, үҙе уйлап тапҡан хыялдары менән ярһып, шашып, ысынбарлыҡтан билдәһеҙ мөхиткә — донъя асылдарына үтергә теләй, шул стихияны ҡанатлы һүҙ, тилбер образдар менән һынландыра. Тимәк, уның күңел донъяһы беҙҙең дә күҙ алдына баҫа, реаль һыҙаттары менән төҫмөрләнә башлай.
Талапсан уҡыусы бәғзе шиғырҙарҙан бөгөнгө ерлектән бер аҙ айырылған, ғәйре тәбиғи хәлдәр ҙә табыр. Әммә Рәшит Зәйнуллиндың үҙ хыял донъяһында ғына йөҙмәй, бер мәл ысынбарлыҡҡа ҡайтырына, тормоштоң аяуһыҙ даръяһында маһир ишкәксе булырына ышана күңел.
“Хыял иле”нә рәхим итегеҙ, хөрмәтле шиғриәт һөйөүселәр! Унда бөтәбеҙгә лә урын етерлек. Моғайын, Рәшиттең фекерҙәр һәм хистәр ҡойононда аҙашып ҡалмаҫһығыҙ, өмөттәрегеҙ мотлаҡ аҡланыр.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.