“Йөрәкте һиңә асам...”27.11.2012
“Йөрәкте һиңә асам...”Йәки Рәшит Назаровтың бер ҡайҙа ла баҫылмаған поэмаһы тураһында
Сағыштырғыһыҙ, феноменаль талант эйәһе Рәшит Назаров ижады хаҡында тәүге һүҙемде бынан 41 йыл элек, шағирҙың “Ҡояш юлы буйлап” тип исемләнгән икенсе китабы донъя күргәс, тәүгеләрҙән булып “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әйткәйнем.
Мәҡәлә Рәшиттең:
“Һөйөклө дуҫым! Йөрәкте
Мин һиңә генә асам.
Усыңда ята тетрәп ул,
Усыңда — көтөп баһаң”, —
тигән шиғыр юлдары менән башлана ине. Бөгөнгө һүҙем — Рәшит Назаров һәм уның иң яҡын дуҫы Даян Ильясов (уны Талха тип тә йөрөтәләр икән) тураһында, дөрөҫөрәге, бала саҡтан, мәктәп йылдарынан, бигерәк тә армия сафына саҡырылғас, ысын дуҫлыҡтарын раҫлаусы бәйләнештәре — хаттары хаҡында. Тәүгеһенән башлайыҡ. Уны Даян “Ағиҙел” журналына ебәргән. Бына ул хат:
“Хөрмәтле редакция! “Ағиҙел” журналының 6-сы һанында (1989) Риф Мифтаховтың “Атылған йондоҙ, йәки Рәшит Назаров тураһында һүҙ” тигән мәҡәләһен уҡып тәрән уйҙарға ҡалдым. Эйе, замандашым, мәктәп иптәшем Рәшиттең яҙмышы бик аяныслы шул. Һәм беҙ уны, ысынлап та, бик онотоп ташлап ғәҙелһеҙлек эшләнек, инде 20 йылдан ашыу Рәшитте иҫкә алыусы юҡ ине бит, хәҙер уны ижади тормошҡа ҡайтарып булмаһа ла, хәлен еңеләйтеү, дауалау сараларын күрергә кәрәк, әлбиттә.
Риф Мифтахов Рәшиттең шиғырҙар йыйынтығын нәшерләү мәсьәләһен күтәрә, быны тормошҡа ашырғанда бик яҡшы булыр ине тип уйлайым.
Әсәһе Фатима әбейҙең һүҙенә ҡарағанда, Рәшит күп шиғырҙарын юҡ иткәндер, “һеҙ генә минең башыма еттегеҙ”, тигән бит. Уның бындай һөҙөмтәгә килеүенең бер сәбәбе: быға тиклем шиғриәт күгендә янған “йондоҙҙар”, Рәшит тигән яңы йондоҙ балҡыуыбыҙҙы тоноҡландырыр, тип ҡурҡҡандыр. Халыҡ араһында ошондай фекер таралған. Ысынлап та, шулай булһа, бик үкенесле хәл, яҡты идеалдар тураһында йырлаған шиғриәт кешеләренең бер-береһенән көнләшеүе күңелдә ауыр тәьҫир ҡалдыра.
Һалдат хеҙмәтендә Рәшит менән хат яҙыша торғайныҡ, шул хаттарында ул миңә ҡайһы бер шиғырҙарын яҙып ебәрә ине, улар миндә әлегәсә һаҡланды. Әгәр ҙә Рәшиттең шиғыр йыйынтығын сығарыу ысын булһа, бәлки, был шиғырҙары ла кәрәгер, ярап ҡуйыр тигән уй менән шуларҙы һеҙгә ебәрергә булдым. Рәшиттең шиғырҙар йыйынтығы мотлаҡ сығарылырға тейеш, һуңлабыраҡ булһа ла, уның ижади мираҫын (һаҡланып ҡалғандарын) тулыһынса табып, донъяға сығарып, халыҡҡа еткерергә кәрәк, халыҡ өсөн ижад ителгән бит улар. Һәр хәлдә редакция өсөн был хат-шиғырҙарҙың бик кәрәге булмаһа, уларҙы Риф Мифтаховҡа тапшырһағыҙ ҙа була, был ышаныслы ҡул булырға тейеш тип уйлайым.
Рәшиттең йыйынтығын нәшерләүҙә уңыштар теләп һәм ул йыйынтыҡ сығыр тип ышанып ҡалыусы Даян Ильясов”.
Уның яҙыуынан аңлашылғанса, Рәшит Назаровтың хаттары шағирса эстәлекле: хеҙмәт итеү, киләсәктә уҡырға инергә хыялланыу, тормош, әҙәбиәт хаҡында ҡыҙыҡлы уйланыуҙар...
Минең өсөн уларҙа тағы ла бер яңылыҡ бар ине: шағирҙың темаһы, йөкмәткеһе йәһәтенән 2005 йылда донъя күрәсәк һайланма әҫәрҙәренең 2-се томындағы “Тауҙарыма сығам” тип аталған бүлектәге ҙур бер шиғыр итеп берләштергән дүрт һалдат шиғыры, баҡтиһәң, асылда “Һалдат бәхете” тип аталған поэманың бүлектәре булған икән. Үҙгәртергә һуң ине. Шуға ла Рәшиттең китаптарында әлегәсә баҫылғаны юҡ: әммә шуныһы хаҡ һәм шатлыҡлы: башҡорт шиғриәте (башҡорттоҡо ғынамы икән?) һалдат данын иң юғары бейеклеккә күтәргән, үҙенсәлекле образы, ҙур фәлсәфәгә, тәрән уй-фекергә ҡоролған һоҡланғыс поэмаға байыны. Нисә йылдан һуң!
Ошо хаҡта “Йәшлек” (2005 йыл, 23 апрель) гәзитендә яҙып сыҡҡайным. Шул йылдың майында Даяндан ошо хатты алдым: “Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Риф Мифтахов иптәш! “Йәшлек” гәзитендә Рәшит иптәшем тураһында яҙған мәҡәләгеҙҙе уҡып, уның миндә һаҡланған шиғырҙарының донъя күреүен белеп, бик шатландым һәм тағы ла уйҙарға ҡалдым.
Был хат матбуғат өсөн түгел, һеҙгә бары тик ҙур рәхмәт белдергем генә килә. Рәшиттең яҙмышы урыҫтарҙың “нет пророка в своем отечестве” тигән һүҙен тағы бер тапҡыр раҫланы. Ярай, оҙон яҙып тормайым. 60 йәшкә еткәс булһа ла, уның мәғәнәһен аңларлыҡ хәлдә булмаһа ла, Рәшиткә Салауат Юлаев премияһын бирҙеләр, был йәһәттән һеҙҙең тырышлығығыҙ ҙурҙыр, һеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт.
Юғарыла, уйҙарға ҡалдым, тигән инем. Әлбиттә, бөгөн миндә Рәшиттең башҡа әҫәрҙәре юҡ. Ләкин бер нисә хаты һаман бар. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, инде пенсионерҙар булып киттек. Хоҙай ни ғүмер биргән, кем белә, минән һуң был хаттарҙың юғалып ҡуйыуы ихтимал тип уйлап, уларҙы тағы һеҙгә ебәрергә булдым, Рәшиттең ижади мираҫын өйрәнеүҙә файҙаһы булыр. Кем белә, бәлки, алдағы көндә уның архивын туплаусы булыр, йорт-музейы булһа ла асылыр, ул тыуып үҫкән йорт Төрөмбәт ауылында инде юҡ. Ә шулай ҙа, бәлки, энтузиастар табылыр.
Был хаттарҙың ҡайһы берҙәре Төрөмбәт ауылынан Һарытау ҡалаһына яҙылған, мин ул ваҡытта уҡыу полкында һалдат-курсант инем. Ҡалғандары Рәшит хеҙмәт иткән Златоустан ГДР-ға яҙылған, 9–10 айҙан һуң мине башҡалар менән бер рәттән шунда оҙаттылар. Ә иң һуңғыһы ул хеҙмәт иткән Златоустан Төрөмбәт ауылына яҙылған, мин ул йылда хәрби хеҙмәтемде бөтөрөп ҡайтҡас, ауылда бер ҡыш уҡытыусы булып эшләнем.
Исемем тураһында: мине 17 йәшкә тиклем Даян тип йөрөттөләр, ә аҙаҡ документта исемемдең Талха икәнлеге асыҡланды, ете ҡыҙ араһында бер генә малай тыуғас, ата-әсәйемдең башы әйләнгән.
Ярай, иптәш, эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләп, хәҙерге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Даян (Талха) Баһауетдин улы Ильясов. Еңеү көнөндә яҙҙым был хатты.
2005 йыл, 9 май.”
Риф МИФТАХОВ.


Вернуться назад