Беҙгә игенсене лә, президентты ла бүләк итеүсе24.11.2012
Беҙгә игенсене лә, президентты ла бүләк итеүсе“Донъяла иң матуры кем? Ә иң аҡыллыһы? Әлбиттә, иң яғымлыһы ла, наҙлыһы ла — әсәйҙәр!” — тип сәләмләне республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән байрам тантанаһына йыйылған нәфис заттарҙы дәртле ҡыҙ һәм шуҡ малайҙар. Конгресс-холл сәхнәһенән төрлө телдә яңғыраған йылы һүҙҙәр бер кемде лә тәьҫирләндермәй ҡалманы.

Төбәгебеҙҙең иң аҫыл, оло хөрмәткә лайыҡлы әсәләрен байрам менән ҡотларға республика Президентының килеүе тантананың мәртәбәһен, бәҫен тағы ла күтәрҙе.
— Минең өсөн бик яуаплы көн бөгөн. Әсәйҙәр менән осрашҡанда тулҡынланмау һис мөмкин түгел. Был күркәм байрам һәммәбеҙҙе берләштерҙе. Бөтә яҡшы башланғыстарҙың сығанағы ла, инеше лә — Һеҙ, хөрмәтле әсәләр. Әсәлек — ул мәңгелек тема: күпме генә һөйләһәң дә, әйтеп тә, баһалап та бөтөрлөк түгел. Ҡатын-ҡыҙлы йорт — нурлы йорт. Һеҙ — яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күреүсе лә, йәм булдырыусы ла, йәшәү рухын һаҡлаусы ла, — тип, Рөстәм Зәки улы әсәләрҙең хеҙмәтен ололаны, артабан Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында башҡарылған ҡайһы бер мөһим эштәргә, бурыстарға туҡталды.
Президент әйтеүенсә, республикала быйыл 3,5 мең ғаиләгә йорт төҙөү өсөн бушлай ер бирелгән, сираттағы 15 мең ғаиләне киләһе йылда Беҙгә игенсене лә, президентты ла бүләк итеүсеучасткалар менән тәьмин итеү бурысы тора. Өс игеҙәк тыуған осраҡта торлаҡ сертификаты тапшыра башлауҙары күптәрҙе һөйөндөрәсәк әле.
Барыһынан да элек бөгөн Президентты социаль етемлек мәсьәләһе борсой. Һәр сабый йәмле, йылы йортта йәшәһен өсөн 2011 йылда баланы уллыҡҡа алған граждандарға бер тапҡыр түләнеүсе аҡсалата пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибенең раҫланыуын етди аҙым тип иҫәпләргә кәрәк. Шулай итеп, йөҙ бала — атай-әсәйле, ә уллыҡҡа алыусылар әсәлек капиталы күләмендә аҡсалата пособиеға хоҡуҡлы булды. Рөстәм Зәки улы артабан да сабыйҙарҙы етемлектән үҙ ҡосағына алырға баҙнат иткән ғаиләләрҙе яҡлаясағына, ярҙам итәсәгенә ышандырҙы.
Республикабыҙҙа бала табыу йорттарын үҙгәртеп ҡороу, заманса технологиялар менән йыһазландырыу буйынса ла ҙур эш бара. Киләһе йылда әсәләр өсөн өр-яңы медицина үҙәге төҙөлә башлаясағы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһындағы акушерлыҡ корпусының үҙгәртеп ҡоролоуы — ошо тәңгәлдәге мөһим аҙымдарҙың бер нисәүһе генә.
Тантананың иң йәнле өлөшө, моғайын да, Президенттың Миәкә районының Миәкә-Тамаҡ ауылында йәшәүсе, ете бала тәрбиәләүсе Минзәлә һәм Рафиҡ Баһауетдиновтар ғаиләһенә 2 миллион 973 мең 600 һумлыҡ торлаҡ сертификаты тапшырыуы булғандыр. Бығаса колхоз йортонда йәшәгән ғаиләнең оҙаҡламай яңы йортло булыу шатлығын уртаҡлашырға яҙһын! Президент әйтмешләй, тормош гел генә ҡара һыҙаттарҙан тормай ул. Баһауетдиновтарҙың да бөгөн бәхет сәғәте һуҡты, күрәһең.
Динә АРЫҪЛАНОВА


Вернуться назад