Күңелдәрендә моң йәшәй23.11.2012
Күңелдәрендә моң йәшәйБаш ҡалабыҙҙа IV Бөтә Рәсәй ым-ишара йырҙар конкурсының гала-концерты булды. Унда 56 төбәктән 400-гә яҡын кеше ҡатнашты. Конкурс 2012 йылдың ғинуарынан октябренә тиклем өс этапта үтте. Йыл башында – төбәктәрҙә, ә апрелдә Улан-Удэ, Ҡазан, Түбәнге Новгород ҡалаларында уҙғарылды. Өфөгә иһә конкурсанттарҙың иң яҡшылары йыйылды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, конкурсанттарҙы тәбрикләп, республика Президентының сәләмен еткерҙе:
– Республикала инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү йәһәтенән бер нисә программа тормошҡа ашырыла. Ойоштороу мәсьәләләренән тыш, йәмғиәттә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. Бөтә Рәсәй ым-ишара йыры фестиваленең гала-концерты – быға тәүге аҙым.
Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте президенты Валерий Рухлядев үҙ сиратында Башҡортостанда насар ишеткән кешеләрҙең проблемаһына иғтибар ҙур булыуын, ым-ишара йырҙары кимәленең яҡшыға үҙгәреүен билдәләне һәм Президентҡа, министрҙарға рәхмәт хаты тапшырҙы.
Өфө ҡалаһынан гала-концертта өс коллектив ҡатнашты. «Тыуған яҡ» йырын Алена Григорьева, Ксения Зотонова, Руслан Мусин, Гүзәл Шәймәрҙанова, Ренат Рәжәпов һәм Тимур Хәлитов башҡарҙы. Наталья Шевнина менән Олег Максимов «Аҡ елкәнем» йыры менән сығыш яһаны. Тимур Рәжәпов иһә ым-ишара телендә башҡарған «Ҡанаттарҙы ҡайтарығыҙ миңә» йырын халыҡ бигерәк тә йылы ҡабул итте.
Конкурстың шарты буйынса бер йыр милли үҙенсәлекте сағылдырырға тейеш ине. Мәҫәлән, Ставрополь ҡалаһынан Юлия Мазуркевич, Яҡут (Саха) Республикаһынан Елена Захарова, Туяра Терентьева, Артем Сафронов, Баяр Цыбенов, Дмитрий Халматов башҡарған әҫәрҙәре менән тыуған яҡтарын данланы.
Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Вернуться назад