Кешелек быуаттар буйы үлемһеҙлек эликсиры уйлап табырға хыяллана. Был турала күп фильм төшөрөлгән, тиҫтәләрсә китап яҙылған.
Ә бына ғалимдар ғүмерҙе оҙайтыусы ла, йәм өҫтәүсе лә ябай ғына бер ысул тәҡдим итә. Ул — һәр ваҡыт йылмайып йөрөү һәм көнөнә 10-15 минут рәхәтләнеп көлөү. Әлбиттә, был үлемһеҙлеккә килтермәй, әммә күңелде күтәрә һәм ғүмер сәғәттәре лә өҫтәй.
Башҡорт дәүләт филармонияһында бына күп йылдар күңелле ял сәғәттәре бүләк итеүсе “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” эстрада төркөмө эшләп килә. Ул үҙенең шаян интермедиялары, эс ҡатырғыс пародиялары менән тиҙ арала тамашасы һөйөүен яулап алды. Төркөмдө ойоштороу идеяһы 22 йыл элек бөгөн Ҡыҙыҡ Ҡотләхмәтович исеме менән дә билдәле булған Вәлит Илембәтовта тыуа. Ролдәрҙә тәүге осорҙа ике кеше, йәғни Ҡыҙыҡ ролен башҡарған Вәлит Илембәтов һәм Мәҙәкте уйнаған Фәрүәз Мөхәмәтшин була. Был дуэт заманында бик популяр һанала. Улар сәхнәнән генә түгел, “зәңгәр экран”дарҙан да халыҡтың күңелен күтәрә. Һуңынан Мәҙәк алмашына. Уны С. Ҡусҡарбаев, Т. Әхмәтйәновтар уйнай. В. Илембәтов, Ф. Мөхәмәтшин һәм С. Ҡусҡарбаевтар бергә тупланып, “Бер Ҡыҙыҡҡа — ике Мәҙәк” булып та йөрөй. Ә 2002 йылда мәҙәктәр хатта дүртәү булып китә, һәм төркөм “Бер ҡыҙыҡҡа — дүрт мәҙәк” тип атала башлай. 2004 йылда, мәҙәктәр һигеҙгә еткәс, төркөмгә “Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” тигән исем ҡушыла. Төркөмдә эшләүсе артистарҙың барыһы ла — профессиональ актер һәм йырсы.
“Ҡыҙыҡ менән мәҙәктәр” йыл һайын тамашасыларҙы яңы программа менән ҡыуандырып тора. Мәҫәлән, быйыл февралдә генә “Алға табан артҡа барғанда” исемле концерт ҡуйҙылар. Был программала артистар йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе фашланы, кеше мөнәсәбәттәрен сатира һәм юмор аша уңышлы күрһәтте.
Төркөм ижади эҙләнеүен туҡтатмай. Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ арындырып, йәнләндереп, кәйефтәрен күтәреп ебәреү маҡсатында 29 ноябрҙә тағы ла өр-яңы программа тәҡдим итәләр. Ул “Зәңгәр шәлле Ғәлиәбаныу” тип атала. Был үҙенсәлекле тамаша ҡыҙыҡлы, мәҙәкле һәм ҡыҙғаныслы күренештәргә, эс ҡатырғыс пародияларға бай булмаҡсы. Дәртһеҙҙәрҙе дәртләндерер, күңелдәргә йәм өҫтәр тамашаға ашығығыҙ, дуҫтар!
Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.