Башҡорт ҡыҙы. Ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ гүзәллеге менән генә түгел, быуаттар төпкөлөнән килгән саялығы, аҡыллылығы, уңғанлығы, сабырлығы, изгелеге менән күптәрҙе әсир итә ул. Заманалар үҙгәрә, кеше холҡона үҙ тамғаларын һала, әммә милләтебеҙ һылыуҙары юғарыла һанап үтелгән сифаттарын, Аллаға шөкөр, һаҡлап килә.
Саялыҡ һәм ҡыйыулыҡ егеттәргә генә түгел, гүзәл заттарға ла хас сифат. Башҡорт ҡыҙҙары борон ат менеп һыбай сапҡан, йәрҙәре менән бергә яу юлдарын үткән, ниндәй генә замандарҙа ла түҙемле, сабыр булып ҡала белгән. Шуға ла бөгөн гүзәлдәребеҙҙең республика сиктәренән сығып, матурлыҡ конкурстарында урындар яулауы бер ҙә ғәжәп түгел.
Ана шундай һылыуҙарҙың береһе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем ала. Луиза Закирйәнова яңыраҡ “Мисс Азия — Себер-2011” гүзәллек бәйгеһендә III урынды яулап һөйөндөрҙө.
Красноярск ҡалаһында үткән конкурс Луизала яҡшы тәьҫораттар ҡалдырған. Бәйгелә ҡатнашҡан башҡа ҡыҙҙар менән дуҫлашып китеүе хаҡында бәйән итеп: “Улар менән аралашыу тик йылы хистәр генә ҡалдырҙы, әле ҡайтҡас та, хәбәрләшеп торабыҙ”, — ти.
Конкурсҡа нисек барып юлыҡтың, тип ҡыҙыҡһынам Луизанан.
— Йәй көнө “Вконтакте” социаль селтәрендә осраҡлы ғына 2007 йылда ошо бәйгелә еңеү яулаған ҡыҙ менән һөйләшеп киттек һәм ул, ойоштороусы булараҡ, ҡатнашып ҡарарға саҡырҙы, — тип һөйләй һылыуҡай. — Һайлап алыу турына электрон почта аша үҙең тураһында мәғлүмәттәр ебәрергә кәрәк. Әгәр ҙә лайыҡлы тип тапһалар, рәхим ит. Мин был турҙы уңышлы үтеп, бәйгелә ҡатнашыуға саҡырыу алдым.
Беҙҙе бик йылы ҡаршылауҙары ҡыуандырҙы. Поездан төшкәндә ҡулдан тотоп ҡына төшөрөүҙәрендә, ипле аралашыуҙарында сағыла ине был ихтирам.
Моғайын, уҡыусыларға бәйгенең төрҙәре, шарттары бик ҡыҙыҡтыр. Конкурс спорт бейеүенән башланды. Шулай уҡ үҙең менән таныштырыу, таланттар бәйгеһе, Авангард исемле конкурстар булды. Авангардта, мәҫәлән, ҡул аҫтындағы материалдарҙан күсмә тормош менән йәшәгән халыҡтар кейемен эшләү ҡаралған. Үҙең менән таныштырыуҙа сәләмләү һүҙен һәр кем тәүҙә туған теленән башларға тейеш. Беҙҙең башҡорт теленә барыһы ла хайран ҡалды, ғәжәпләнеүен һәм һоҡланыуын белдерҙе. Был бик шатландырҙы.
Ғөмүмән, гүзәллек бәйгеһенән Луиза илһамланып, дәртләнеп, ыңғай тойғолар ғына алып ҡайтҡан. Уның яулаған үрҙәре, шатлығы — беҙҙең факультет һәм университет өсөн генә түгел, бөтә республика өсөн дә ҙур һөйөнөс. Шулай булмай ни, милләтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, Башҡортостаныбыҙ данын сит ерҙәрҙә яҡлау ысын-ысындан ҙур ихтирамға лайыҡ.
Луизаға артабан да ижади уңыштар теләйек. Афарин! Үҙебеҙҙең һылыу бит ул!
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.