Һауаларҙа сыңлай көҙ моңо21.11.2012
Ҡала мәҙәниәт йортонда “Һауаларҙа сыңлай көҙ моңо” тигән шиғыр һәм йыр байрамы гөрләп үтте.

Байрамды ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире Зөфәр Зиннәтуллин менән яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары Хәмит Ирғәлин асты. Кисәгә Ишембай, Мәләүез, Өфө ҡалаларынан, Ауырғазы районынан да ҡунаҡтар саҡырылғайны.
Сәхнәгә бер-бер артлы Тимер Ниәтшин, Мәрйәм Күсмәева, Сибәғәт Рахманғолов, Мөҙәрис Багаев, Вәрис Аҡбашев кеүек талантлы яҙыусылар күтәрелде. Уларҙың һәр сығышын зал көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад иткән шағирҙар Рәмзәнә Абуталипова, Земфира Муллағәлиева, Рәсим Рәхмәтуллин, Римма Ғәлимова, Булат Кәрим, Любовь Әфләтунова, Валерий Коваленко, Геннадий Тимофеевтарҙың да сығышы бөтәһенә лә оҡшаны.
Моңло тауышлы йырсылар Резеда Мөхәмәтова, Ольга Шишкина, Ринат Ғүмәров, Лариса Фәсхетдинова, Наталья Антоноваларҙың йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр.
Билдәле шағирә Рита Фәтҡуллина етәкселегендәге “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге ағзалары Тимур Усманов, Тимур Рәхмәтуллин, Азалия Зарипова, Гөлфиә Бикмөхәмәтоваларҙың да сығышын тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршыланы.
Моңло йырҙарҙы дәртле бейеүҙәр алыштырҙы. Оҫта бейеүсе Азалия Әминеваның, “Аман” балалар ансамбленең сығыштары кисәгә йәм һәм йән өҫтәне. Өфө ҡалаһынан килгән ҡәҙерле ҡунағыбыҙ, билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның да сығышы бик фәһемле булды.
Ғөмүмән, миҙгел байрамы юғары кимәлдә үтте. Сәхнәлә сыңлаған көҙ моңо, шағирҙарҙың көҙ миҙгеле тураһында яҙылған тәрән эстәлекле шиғырҙары тамашасы күңеленә ауаздаш булғандыр.
Сулпан МИҢЛЕБАЕВА,
Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының
әҙәби консультанты.



Вернуться назад