Башҡорт киноһы һөйөү яулай21.11.2012
Башҡорт киноһы һөйөү яулай«Осҡон» кинотеатрында башҡорт киноһы кисәһе үтте. Байрам кинотеатр алдындағы майҙансыҡта «Ҡалъя» рок төркөмөнөң сығышынан башланып китте.

Тамашасыларға Рим Шәрәфетдиновтың йәнһүрәттәре, кинорежиссерҙар Таңсулпан Бураҡаева, Айнур Асҡаров һәм Айсыуаҡ Йомағоловтың нәфис фильмдары тәҡдим ителде. Шулай уҡ кино һөйөүселәр иғтибарына Балалар аудиовизуаль сәнғәт үҙәгенең таныштырыу ролигы күрһәтелде. Киностудия нигеҙендә эшләгән был үҙәк Башҡорт киноһы һөйөү яулайбылтыр Беренсе федераль телеканалдың «Беренсе бул!» хәйриә марафоны сиктәрендә асылғайны.
Скрипка һәм джаз көйҙәре тамашаны йәмләп ебәрҙе. Ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең танылған каскадеры Радик Шахмаев та бар ине.
Күңелле викториналарҙа киностудия фильмдары менән дисктар уйнатылды.
Йәш йырсы Иҙел Аралбаевтың сығышы барыһының да күңеленә хуш килгәндер. Айнур Асҡаровтың күптәргә таныш «Еңмеш» фильмында Иҙел сағыу һәм көлкөлө Десантсы ролен уйнағайны.
Киностудияның һуңғы уңыштарының береһе – Таңсулпан Бураҡаеваның «Мин өйләнәм!» ҡыҫҡа метражлы фильмы ла күрһәтелде. Төп ролде башҡарыусы – Стәрлетамаҡ театры артисы Азамат Хәлилов.
Башҡорт киноһы кисәһе Өфөлә лә шаулап-гөрләп уҙҙы. Ойоштороусылар ошондай сараларҙы йыл тамамланғансы Белорет, Сибай, Нефтекама ҡалаларында үткәрергә ниәтләй. Күрше Силәбе һәм Ырымбур башҡорттары ла бындай күркәм тамашанан ситтә ҡалмаҫ.
Зөһрә БУРАҠАЕВА,
«Башҡортостан»
киностудияһы мөхәррире


Вернуться назад