Ир кеше
Ҡыланма. Һин — ир кеше!
Илама. Һин — ир кеше!
Ҡолама. Һин — ир кеше!
Атла алға-алға-алға,
Ҡыҫып тешең!
Шөрләмә. Һин — ир кеше!
Теләнмә. Һин — ир кеше!
Төрләнмә. Һин — ир кеше!
Булмаһын башҡаларҙың
Һиндә эше!
Һынатма. Һин — ир кеше!
Болғанма. Һин — ир кеше!
Онотма. Һин — ир кеше!
Ана, алда ҡыҙыу ҡояш,
Ҡалма ебеп!
Һин — ир кеше! Ишетәһеңме?!
Күкрәк яра ярһыу йөрәк.
Беҙ — ир кеше! Ишетәһеңме?!
Ир — үҙенә-үҙе терәк.
Беҙҙең китап
“Ысын мөхәббәт юҡ.
Ышанмайым”, —
Шулай уйлаусылар күп һымаҡ.
Мөхәббәт серҙер ул,
әйтерһең дә,
Мәңге сиселмәгән бер йомаҡ.
“Китап яҙған төрлө
уймаҡтарға
Һин ҡыҙығыр бәпәй
түгел дә”, —
Нисә ағай әйтте, һалып үтте
Ауыр бер шом минең күңелгә.
Ә мин һөйөү-хыял менән яндым.
Ә мин көттөм атыр таңымды.
Шул таңымды берҙән-берем
менән —
Һинең менән ҡаршы алырымды.
Йөрәгемде мин ҡәҙерләп
һаҡлап,
Яңы һулыш өрҙөм өмөтөмә.
Һөйөүебеҙ сәскә атыр, тиеп
Нисә йылдар үтте көтөүемә.
Һин дә белеп яҡты йондоҙоңдоң
Минең өсөн генә тыуырын,
Диңгеҙ ярҙарына күпме барып,
Ал елкәндең йырып сығырын
Көткәнһеңдер.
Беләм, ышанысың
Һүрелмәгән һис тә йәнеңдә,
Йылға булып аҡһа ла йәштәрең
Яңғыҙлыҡтың ауыр мәлендә.
Хәҙер таңдар ата һинең менән,
Ике йөрәк йырлай бер йырҙы.
Ерҙә ожмах — ҡосағыңда,
йәнем,
Һин тиң иттең миңә күк-ерҙе.
Һәр көнөбөҙ —
сихри китап бите,
Беҙ яҙабыҙ уны бергәләп.
Был китапты уҡып, ҡыуанһын йә
Көнләшһен, әйҙә, бар ғаләм.
Һөйөү инеше
Һөйөүебеҙ инешенә бөгөн
Ҡайтып килдек бына тағы ла.
Ах, бәхетле көндәр
сорналған бит
Хәтеребеҙ йомғағына.
Тәүге осрашыуҙан йылдар үтте,
Онотманыҡ һис тә ул саҡты.
Шул бер күрешеүҙән ҡабынған
бит
Мәңге яныр һөйөү усағы.
Һинһеҙ бер ҙә йәшәмәнем кеүек,
Беләмен дә кеүек мәңгелек.
Һине хыялымда ғына үреп,
Яратҡайным бынан күпкә элек.
Һөйөү инешендә ниндәй рәхәт!
Тәүге ҡараш, ҡыймаҫ ирендәр,
Оялыуҙар, ҡулдар әңгәмәһе,
Һыйыныуҙар берҙән-береңә.
Көс алырға, тип киләбеҙ һаман,
Инеш һаҡлап аҡҡан сафлыҡҡа.
Хәтер ҡоромаһын һис
бер ҡасан —
Юлдар төшөр әле
ҡартлыҡта ла.
Туҙан
Йәнгә туҙан ултырғанда,
Ҡарап торҙоҡ ситтән генә.
Тотоношоп кем әсәнең,
Кем ҡатындың итәгенә.
Туҙан һаман ҡат-ҡат ҡунды,
Һөртмәнек тә, ялҡау килде.
Туҙан аҫтарында ҡалды
Сағыу төҫө тыуған илдең.
Яңы заман балалары —
Йәнебеҙгә туҙан ҡунған.
Шул туҙанды бер һөртөргә
Табылмай бит берәй уңған.
Табылһа ла, тик бер үҙе
Бар туҙанды еңә алмаҫ.
Бар Ил уңған булһа ғына,
Бер туҙан да Илдә ҡалмаҫ.
Битарафлыҡ
Нимә көтәм?
Нимә теләйем мин?
Нимәһенә һаман ышанам?
Ҡай саҡ уйым айырыла ерҙән,
Күккә ашам,
йондоҙ булам — янам.
Ник ҡыуанам?
Ҡыуанырлыҡ хатта,
Бер уйлаһаң, юҡ бит сәбәбе.
Теләмәйһең дә ул эшләргә хата,
Эшләнә ҡай саҡ —
шунда ғәжәбе.
Ниңә көйәм, үрһәләнеп сабам?
Ашығам һуң ник? Өлгөрөрмөн.
Күпме юлдар үтеп, тағы барам,
Йәнем, күпме шулай йөрөрмөн?
Тик мин көтәм!
Тик теләйем һаман.
Теләнмәйем әммә юҡтарға.
Йондоҙома һаман мин ышанам.
Уйым да юҡ илап-һыҡтарға.
Ҡыуанам да бик йыш.
Көйәм дә йыш.
Мин — балаһы бит
заманымдың.
Күңелемде бер туңдырһа ла
ҡыш,
Ҡышы —
заманымдың, яманымдың.
Мин битараф түгел,
гел һыҙланам.
Мине тартып тора бар тараф.
Мин битараф түгел заманыма.
Заманым һуң миңә
ник битараф?!
Нимә көтә заманымдан йәнем?
Заманым һуң минән ни көтә?
Әйтсе, заман!
Яуап көткән мәлем.
Битарафлыҡ күңелемде өтә.
Ҡыуанмайҙар кеше шатлығына,
Ҡайғылар ҙа хәҙер һыҙлатмай.
Оло хистәр донъя ваҡлығына
Күмелгән дә, йәнде болартмай.
Битарафлыҡ заманында ҡыйын
Битараф булмаған кешегә.
Кем аңлар көйөнгән
шағир уйын?
“Ҡыҫылма, — тиерҙәр, —
эшемә”.
Алмас ШАММАСОВ.