Республиканың Cалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған яҙыусы Таңсулпан Fарипованың ижади эшмәкәрлеге һоҡланғыс. Тәүге хикәйәһенән башлап әҙибәнең ҡәләменән төшкән аѕыл һүҙҙәр тиѕтәләрсә йыл инде уҡыусы күңелен тетрәндерә, ҡабатланмаѕ хис-тойғо бүләк итә. Иң күләмле әѕәренең — “Бөйрәкәй” пенталогияһының да бер нисә йыл рәттән иң уҡымлы китаптар исемлегенән төшкәне юҡ. Халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән, тәрән психологизм менән һуғарылған бай йөкмәткеле әѕәрҙәр бына шундай хаҡлы баһа ала килә.
Быларға өѕтәп, йәнә шуны әйтергә кәрәк: Т. Fарипова әҙәбиәт һөйөүселәр менән ихлас аралаша. Быйыл да арҙаҡлы яҙыусыны уҡыусылары кисәләргә йыш саҡырҙы. Р. Fарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында, Әҙәбиәт музейында, Күгәрсен, Краснокама райондарындағы, Ағиҙел ҡалаһындағы осрашыуҙар ҙур ваҡиға булараҡ хәтерҙә ҡалды. Әҙибәнең әѕәрҙәренән өҙөктәр һөйләнелде, пенталогияһы буйынса хатта сәхнә тамашалары күрһәтелде. Һәр хәлдә уҡыусылар һәр әҙәби кисәне үҙҙәренең ижады менән байытты, яңы биҙәктәр өѕтәне.
Таңсулпан Хисбулла ҡыҙының яҙғандары йәш һәм оло быуын өсөн берҙәй ҡыҙыҡлы. Тормошсанлыҡ, хәл-ваҡиғаларҙы сағыу һүрәтләү ижадының бер сере булып тора. Күптән түгел был турала Яҙыусылар союзы бинаһында үткән осрашыуҙа ла әйтелде. Идара рәйесе Риф Тойғон әҙибәнең эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Факиһа Туғыҙбаева, Хәсән Назар, Рәшит Шәкүр ҙә үҙ фекерен белдереп сығыш яһаны. Әҙибәнең ижады тураһында һүҙ барғанда Ирәмәл тауы юҡҡа ғына телгә алынмағандыр, сөнки хеҙмәт һәм талант юғарылығын быуаттарҙы һоҡландырған бейеклек менән сағыштырғанда ғына нығыраҡ аңлай төшәһең. Гөлфиә Юнысова, Зөһрә Фәйзуллина, Рәсүл Сәғитов һәм башҡалар Таңсулпан Fарипованың яңы пьесалар йыйынтығы нәшерләнеү уңайынан һәм, ғөмүмән, ижады тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтте.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шағирә Рита Фәтҡуллина йәш быуынға һәм әҙәбиәткә ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләргә туҡталды. Студенттарҙа Таңсулпан Fарипованың ижады менән ҡыҙыҡһыныу көслө. Бындай мөнәсәбәт ҡәләм оѕтаһының хеҙмәтенә иң юғары баһа булып тора. Ысынлап та, әҙибәнең яҙғандары йәш быуынды тулҡынландыра һәм, әлбиттә, эҙләнеүсән күңел йөкмәткеле әѕәрҙәр аша үҙен борсоған һорауҙарға яуап таба.
Шуны ла өѕтәү урынлы булыр: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Fарипованы талантлы педагог булараҡ та яҡшы беләләр. Учалы ҡалаһындағы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында уның фиҙаҡәр эшмәкәрлеген бик яҡшы хәтерләйҙәр. Элекке уҡытыусыларын юбилейы һәм яңы китабы сығыу уңайынан тәбрикләп, шәкерттәре шул онотолмаѕ йылдарҙа алған һабаҡтары тураһында тулҡынландырғыс итеп һөйләне.
Талантлы педагог һәм яҙыусы Таңсулпан Хисбулла ҡыҙының йәш быуынды тәрбиәләүҙән айырылғаны юҡ. Күпме һынау үтергә тура килмәһен, әҙибә үҙ асылына тоғро ҡалды. Бөгөн дә ул — йәштәр өсөн кәңәшсе, рухландырыусы, киләсәккә ҡарата өмөт һәм ышаныс уты бүләк итеүсе. Эйе, әҙибә донъяға асыҡ ҡараш менән йәшәй. Булмышы, уй-ынтылышы халҡына хеҙмәт итеүгә бәйле.
“Бәхеткә ҡасыусылар” тигән электрон китабына яҙыусының драма әѕәрҙәре ингән. Электрон китап хәҙер инде яңылыҡ та түгел. Һәр хәлдә әҙәбиәт һөйөүсе йыйынтыҡ менән Интернет аша таныша ала. Шулай ҙа Т. Fарипованың проза әѕәрҙәре, китапхана хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡылған китаптар исемлегендә.
Кеше йөрәгенә үтеп инер, уны тулҡынландырыр, бер ҡасан да иѕкермәѕ ҡиммәттәр бар. Халыҡ рухы менән һуғарылған ижад емештәренә килер быуындар ҙа мөрәжәғәт итер. Ирәмәлдең бейеклеге һоҡланыр өсөн генә түгел, халҡыбыҙҙың ғүмер юлын сағылдырыусы бөйөк символ да. Ысын әҙәбиәт тә шулай. Таңсулпан Fарипованың ижады аша асылыбыҙҙы ла нығыраҡ аңлайбыҙ, тормош, йәшәү тигән төшөнсәләргә тәрәнерәк мәғәнә һалабыҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА,
яҙыусы.