Ижади тормошта ҡайнайҙар20.11.2012
Күмертау яҙыусылар ойошмаһы 1996 йылда ойошторолдо. Әле унда 31 кеше ижад менән әүҙем шөғөлләнә, шуларҙың дүртәүһе — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, дүртәүһе “Санкт-Петербург“ яҙыусылар берлеге ағзаһы. Төрлө йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһында үткәрелгән “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә ете шағирыбыҙ лауреат йәки еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Арабыҙҙа өс әҙәби премия лауреаты бар.
15 йыл эсендә Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзаларының 58 китабы баҫылып сыҡты, шуларҙың ун бише — республиканың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә. Әле ундан ашыу авторыбыҙҙың ҡулъяҙмалары нәшриәттә үҙ сиратын көтә. Ошо көндәрҙә ойошманың юбилейы айҡанлы 28 автор тарафынан өс телдә (башҡорт, урыҫ һәм татар) яҙылған альманах Күмертау ҡала типографияһында сығырға тейеш. Был инде — ойошманың күп авторлы, өс телдә төҙөлгән дүртенсе йыйынтығы. Күмертау ерендә ижади тормош дауам итә.

Кинйәғәле АБДУЛЛИН,
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы
яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары.

Көткәнем килде

Көндәр, төндәр, айҙар буйы көттөм,
Килер тинем, ә ул килмәне.
Улмы мине үҙһенмәне, әллә
Үҙем уны аңлай белмәнем.

Оҙаҡ көткән ҡунаҡ ҡапыл килде,
Йоҡоларым осто, таралды.
Ярты төндә тороп ҡәләм алдым —
Күңелемдә шиғыр яралды.

Ҡыҙҙарға

Ҡыҙҙар халҡы “уты осоп торған”
Ҡыйыу егеттәрҙе ярата.
Шулай кәрәктер ҙә, һис үпкәм юҡ
Ҡыҙҙар һөйөүенә ҡарата.

Тик белегеҙ, матур ҡыҙҙар, шуны:
Үтә ҡыҙыл, тиҙәр, тиҙ уңа.
Усаҡ йылыһын бит оҙаҡ һаҡлай
Көл аҫтында ятҡан ҡуҙ ғына.

Игенсе

Игенсенең мәшәҡәте бөйөк:
Һөрә, сәсә, ура уңышын.
Мәшәҡәте бөйөк булғанға ла,
Ғорур башҡара ул һәр эшен.

Игенсенең эш урыны иркен —
Йәйрәп ятҡан баҫыу киңлеге.
Шул баҫыуҙар кеүек киң һәм иркен
Кешеләргә уның күңеле.

Игенсенең хеҙмәт көнө оҙон —
Иртә таңдан ҡара кискәсә.
Таң нурҙарын башаҡтарға йыйып,
Кешеләргә шатлыҡ өләшә.

Игенсенең ихлас башҡарылған
Хеҙмәтендә оло маҡсат бар.
Уның бөйөк хеҙмәте алдында
Баш эйәләр хатта башаҡтар.

Игенсенең хеҙмәт йөгө ауыр —
Ил ҡеүәте уның инеңдә.
Икмәгенең һәр телеме өсөн
Бурысыбыҙ ҙур уға һинең дә,
минең дә.

Игенсенең, бөтә кешелеккә
Йәшәү көсө биргән кешенең,
Байраҡ итеп юғарыға сөйөп,
Данлар инем бөйөк исемен.

Кинйәғәле АБДУЛЛИН.

Ҡара болот — аҡ болот

Ҡара болот баҫты киң офоҡто,
Ябырылып килә, ашығып,
Гүйә имәнес бер януар инде —
Кем өлгөрә, әйҙә, ҡасығыҙ!

Бына-бына дауыл сығыр төҫлө,
Ҡойон уйнар төҫлө ҡотороп.
Барлыҡ донъя дөм-ҡараңғы булды,
Ҡалды йән эйәләре бойоғоп...

Әммә... һоро төҫтәр шыйығая,
Аҡһыллана бара күк йөҙө.
Яу-болоттоң әҫәре лә юҡсы,
Һауала тик ап-аҡ быу йөҙә.

Эреп юҡҡа сыҡты ҡара болот,
Елдәр уны ҡыуып таратты.
Күк күкрәмәй, йәшен ялтламай —
Тыныс халәтенә ер ҡайтты.
Тыныс халәтемә мин ҡайттым.

Сирен ҡыуағы

Ултырттым мин әсәм ҡәберенә
Үҙе һөйгән сирен ҡыуағын.
Әйҙә, сәскә атһын, хуш еҫ бөркһөн,
Ҡәҙерлемдең рухы ҡыуанһын.

Иҫән саҡта гөрләп үҫә ине
Баҡсаһында сирен ҡыуағы.
Хәтеремдә уның төнәтмәһен
Сирле аяғына ыуғаны.

Баҡыйлыҡҡа күскәс әсәкәйем,
Ҡороп юҡҡа сыҡты сирене.
Өрмәгән ергә ултыртмаҫ инем,
Кире ҡайтһа әсәм, терелеп.

— Фани донъяларҙа ҡәҙерҙәрен
Белдеңме? — тип һорай сиренем.
— Ғәфү үтенергә инде һуң шул,
Һуң... — тип ҡабатлай гел иренем.

Хәлиҙә АЛТЫНБАЕВА.

Хаҡ Тәғәлә һынай беҙҙе

1

Хаҡ Тәғәлә һынай беҙҙе,
Афәт пәрҙәһен элеп.
Пәрҙә артында ни барын
Булмай һис алдан белеп.
Һынау маҡсатын йәшергән
Был афәттәр ҡорғаны.
Ерҙәр тетрәй, һыуҙар таша
Йә ут ялмай донъяны.
Был ҡазалар нимә өсөн?
Киҫәтеүме, язамы?
Әҙәм заты Шайтан кеүек
Хаттин ашып аҙамы?

2

...Хаҡ Тәғәлә теләгәнгә
Аҡыл ишеген асыр.
Был бәхеткә насип йәндең
Барлыҡ хәсрәте ҡасыр.
...Аң офоҡтары киңәйер,
Йыртылыр пәрҙә-ҡорған.
Кешеләрҙең йөрәгендә
Үлмәһә әгәр иман.

Ҡырҡ бер энә

Кеше үлгәс, иҫән ҡалған яҡынының
Йөрәгенә ҡаҙалыр, ти, ҡырҡ бер энә.
Өс көн үткәс, өс энәһе төшөр, тиҙәр,
Етенсеһе төшөр, тиҙәр, етеһенә.
Ҡырҡ көн үткәс, ҡырҡ энә лә төшөп бөтөр,
Тороп ҡалыр әрнеттереп тик бер энә.
Хәтерләтер ул йөрәкте сәнсеп-сәнсеп:
“Был ғүмерҙәр тик бер генә, тик бер генә!”

Сулпан МИҢЛЕБАЕВА.

Яңыбай

Бала саҡтың татлы хыялдары,
Йәшеренгән һиндә, Яңыбай.
Тауҙар ҡосағына һыйынғанһың,
Күктәреңде иңләй яғылбай.

Күңелемдән йырҙар гөрләп аға,
Шаулап ҡына килгән яҙыңдай.
Туғандарым, атай-әсәй һиндә,
Еркәйемдең ҡото — Яңыбай.

Ауылдаштар яңы йорттар һала,
Атай нигеҙҙәрен ҡоротмай.
Ауылдаштарымдың күңеле изге,
Яңы һарҡытылған ҡороттай.

Баҡсатауға менһәм, еләк бешкән,
Еләктәрен ҡабам үрелеп.
Ҡайындарға йәшенеп, бала сағым
Ҡарап тора кеүек үрелеп.

Яңыбайым, балаң күңеленә
Йырсы ҡоштар моңон һалғанһың.
Киткән һайын: “Балам, ҡайт”, — тигәндәй,
Онотолоп ҡарап ҡалаһың.

Руша СОЛТАНҒОЛОВА.


Вернуться назад