“Далан”лы Артур20.11.2012
“Далан”лы АртурУның яҙмышы халыҡ булмышы менән тулыһынса уҡмашҡан. Башҡорт моңон үҙенә бала саҡтан һеңдереп үҫә был егет, һуңынан үҙе лә йырҙар ижад итә башлай. Уларҙы сәхнәлә дәртле, рухлы итеп халыҡҡа еткерә. Кем тураһында һүҙ бара тиһегеҙме? Әлбиттә, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Далан» төркөмө етәксеһе Артур Туҡтағолов хаҡында!

Йырсы Ырымбур өлкәһендә тыуған. Бәләкәйҙән артист булырға хыялланыуы уны Өфө сәнғәт институтына килтерә лә инде. Уҡыу осоронда Артур Туҡтағолов талантлы, булдыҡлы егеттәр Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин менән берләшеп, республиканың йөҙөк ҡашы булып киткән легендар «Каруанһарай» төркөмөн ойошторалар. Был төркөм Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәйҙе иңләп сыға.
Шул уҡ ваҡытта көс-дәрте ташып торған Артур Туҡтағолов үҙенең төркөмөн төҙөү теләге менән дә янып йәшәй һәм тиҙҙән мораҙына ирешә: 2000 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһы нигеҙендә яңы төркөм ойоштора. «Далан»ды тамашасы дәррәү ҡаршы ала, сөнки ул шаян, дәртле көйҙәре, рухлы йырҙары менән халыҡ күңелен бик тиҙ әсир итеп өлгөрә.
Бөгөн дә Артур Туҡтағолов «Далан»ды етәкләй. Туҡтауһыҙ яңы йырҙар ижад итә. Һәр йыры күтәренке рух менән һуғарылған. Дәртле йырсының сәхнәләрҙе дер һелкетеп сығыш яһауы яҡташтарында һәр саҡ ғорурлыҡ хисе уята.
Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА


Вернуться назад