Һағыныуҙарҙы һалып йырҙарға...20.11.2012
Һағыныуҙарҙы һалып йырҙарға...Моңло тауышы, халыҡсан йырҙары, кешелек сифаттары менән күптәрҙе һоҡландырған Роза Аҡкучукова – сәхнәлә балҡыған сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Билдәле йырсы үҙенсәлекле башҡарыу алымы менән тамашасы күңелен арбаған, бөгөн дә уның сығыштары көтөп алына. Башҡортостандың халыҡ артисы әле ниндәй ижади пландар солғанышында йәшәй икән? Ошо һорау менән йырсының үҙенә мөрәжәғәт итәйек.

– Роза апай, халыҡ һөйөүен яулау, тамашасы күңеленә юл ярыу күп көс, тырышлыҡ талап итә. Еңел булмаған һөнәр бала саҡтан килгән хыялығыҙмы?
– Эйе, мин бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ. Ауылға концерт килеүен ишетеү менән иң беренселәрҙән булып билет ала ла алғы рәткә ултыра инем. Артист һөнәренең серҙәренә төшөнөргә тырышып, йырсыларҙың сығышын йотлоғоп тыңлай торғайным. Ғүмәр Әбделмәновтың, Фәриҙә Ҡудашеваның, Әлфиә Авзалованың йырҙарын ишетеү минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Шулай итеп, бала саҡтан ошо мөхиткә мөкиббән бирелгәнмен.
– “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл” халыҡ яратып тыңлаған йырҙарға әүерелде. Башҡарған әҫәрҙәрегеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙсе...
– Ысынлап та, репертуарымда лирик йырҙар күберәк. Улар күңелем торошон, тамашасыға еткерергә теләгән уй-хистәремде асып һалырға ярҙам итә. Заһир Исмәғилевтең, Рим Хәсәновтың, Нариман Сабитовтың, Рафиҡ Сәлмәновтың йырҙарын яратам. Шулай уҡ Нурия Абдуллина яҙған йырҙарҙы тамашасыға тәҡдим итергә әҙерләнеп йөрөйөм. Бүтәндәр башҡарғанды бер ваҡытта ла алырға тырышманым. Лирик йырҙарҙан тыш, драматик темаға яҙылғандары ла байтаҡ миндә. Мәҫәлән “Саған” исемле йырым – шундайҙарҙың береһе.
– Артист йөгө еңелдән түгелдер?
– Ысын йырсы булыр өсөн талант, тынғыһыҙ хеҙмәт кәрәк. Халыҡ бит бөтәһен дә күрә һәм белә. Ул һине йә тәбрикләй, йә ҡабул итмәй. Яңы образдар, йырҙар тыуҙыра, уларҙы күрһәтә белеү мөһим. Мин Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡырҡ йылға яҡын эшләйем. Бындай мәшһүр мәҙәниәт усағында тәжрибә туплауым менән үҙемде бик бәхетле һанайым. Филармония – йыр-моң сығанағы. Ул минең ижади үҫешемдә мөһим урын биләй.
– Һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай. Һеҙҙең өсөн ул нимә?
– Халҡым өсөн янып-көйөп йәшәйем. Һәр ерҙә тыныслыҡ, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт булһын ине. Туған халҡымдың берҙәмлеге, ҡыйынлыҡтарға бирешмәүе минең өсөн мөһим. Йырҙарым, ғөмүмән, ижадым менән быға булышлыҡ итергә тырышам. Балаларым, туғандарым иҫән-һау булһа, тыуған илем имен-аман торһа, йырҙарым йырланһа – шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?! Әйткәндәй, ҡыштың тәүге көнөндә, йәғни 1 декабрҙә, ижадымды үҙ иткәндәрҙе Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына “Һағыныуҙарҙы һалдым йырҙарға” тигән концертыма саҡырам. Моңға сорналып ял итергә кил, ҡәҙерле тамашасым!
Наҙлыгөл Аҙнабаева


Вернуться назад