Күңелдәрҙә мәңге йәшәй15.11.2012
Күңелдәрҙә мәңге йәшәйҺәр кешенең ғүмере йәшәлгән йылдары менән түгел, ә башҡарған изге эштәре менән билдәләнә, тиҙәр. Әҙәбиәт донъяһында ла был ҡараш ныҡлы урын алған. Михаил Лермонтов, Шәйехзада Бабич, Ғабдулла Туҡай — ошоға сағыу миҫал. Улар ҡыҫҡа ғына ғүмер кисереп тә, үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып ҡалдырған...

Күренекле яҙыусы Рәйес Низамовҡа быйыл 80 йәш тулыр ине. Ижадының һутлана барған осоронда ғына әҙип вафат була, ләкин тормошсан әҫәрҙәрен әле булһа ла яратып уҡыйҙар, ә яҡташтары уның исемен хөрмәтләп иҫкә ала.
Рәйес Ғилметдин улы тыуып үҫкән Әлшәй районының Ташлы ауылында ошо көндәрҙә хәтер кисәһе уҙғарылды. Ҡәләм оҫтаһының яҡты рухын иҫкә алыу өсөн уның туғандары, урындағы етәкселек вәкилдәре, республикабыҙҙың күренекле әҙиптәре йыйылғайны.
— Беҙҙең төбәк халҡыбыҙға бик күп арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән, — тине тәбрикләү һүҙендә Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов. — Күңелдәрҙә мәңге йәшәйЙәштәрҙә илһөйәрлек рухын тәрбиәләү өсөн Рәйес Низамов кеүек яҡташтарыбыҙҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Әлшәйҙе хәҙер спорт районы тиҙәр. Ысынлап та, күңелде ҡырған эскелек, наркомания кеүек күренештәрҙән йәштәрҙе бары спорт менән генә аралап була. Ә һау-сәләмәт быуын үҙенең әҙәбиәтен дә, мәҙәниәтен дә беләсәк.
Хәтер кисәһенә килгән әҙиптәрҙең һәр ҡайһыһы Рәйес Низамов хаҡында йылы һүҙҙәрен әйтте.
— Быйыл Рафаэль Сафин, Рәми Ғарипов, Ким Әхмәтйәнов кеүек шәхестәребеҙҙең тыуыуына 80 йыл тулыуын билдәләнек, — тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. — Рәйес ағайыбыҙ ҙа беҙҙең аранан иртә китеп барҙы. Аҫыл ирҙәрҙең яҡты донъяны ҡалдырыуы үкенесле. Рәйес Ғилметдин улына һәр саҡ сикһеҙ рәхмәтлемен. “Ағиҙел” журналында эшләгән осорҙа ул кешеләр менән мөғәмәлә итергә өйрәтте, журналистика үҙенсәлектәренә төшөндөрҙө.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған шағир Ирек Кинйәбулатов ялҡынлы телмәре менән тамашасыларҙың кәйефен күтәреп ебәрҙе. Күренекле әҙиптәр — Гөлфиә Юнысова менән Рәмил Йәнбәктең сығыштарын да халыҡ йылы ҡабул итте.
Яҙыусының ҡыҙы Айһылыу Низамова тулҡынланып сығыш яһаны:
— Атайымдың үҙ иңдәренә ни тиклем эш йөкмәүен мин әле генә аңланым. Нисек кенә шат күренһә лә, үҙ кисерештәре, борсолоуҙары булған. Уның талантына һоҡланып бөтә алмайым: ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ни тиклем күп эшләп өлгөргән! Миндә хеҙмәткә, кешеләргә һөйөү, белемгә ынтылыш тәрбиәләгәне өсөн атайыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Уның тураһында яҡты хәтирәләр киләсәктә лә ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирер, тип ышанам.
Ташлы мәктәбендә әҙиптең тормошон һәм ижадын төплө өйрәнәләр икән. Уҡыусылар Урал Аҡҡолов менән Ләйсән Нафиҡова “Исеме — халыҡ хәтерендә” тип аталған тема буйынса сығыш яһаны. Ә инде етенсе класта белем алған Таһир Байбулатов Низамовтар шәжәрәһе менән таныштырҙы. Тимәк, яҙыусы Рәйес Низамов әҫәрҙәре аша күңелдәрҙә йәшәй әле.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Әлшәй районы.


Вернуться назад