Нурияның нурлы кисәһе14.11.2012
Нурияның нурлы кисәһеКүңел нуры йөҙөнә сыҡҡан был ханымдың яғымлы тауышы һәр кемебеҙгә яҡын. Танылған йырсы-композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллинаның татлы ижадын күптән “тәмләйбеҙ”. Ул яҙған “Ултыр әле, әсәй, яндарыма”, “Хәбәр һал елдәргә”, “Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр?”, “Ризыҡтарым өҙөлмәгән әле”, “Әүлиә шишмәһе” кеүек йырҙарҙы халыҡ тиҙ арала яратып өлгөрҙө.

Ижадсының уңышы тәү сиратта уның күңел сафлығынан торалыр. Шуғалыр ҙа Нурия Абдуллина “Юлдаш” радиоканалында алып барған “Ҡунаҡ өй”ҙө һәр йортта көтөп алалар. Был тапшырыуҙағы ихлас һөйләшеүҙәр кәйефте күтәрә, шатлыҡ нурҙарын сәсә. Йырсы-композитор гастролгә лә сығып, сағыу концерттар менән тамашасыларҙы даими ҡыуандырып тора.
Әйткәндәй, Нурия Абдуллинаның моңон үҙ иткәндәр өсөн һөйөнөсөбөҙ ҙә бар. Иртәгә Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында нурлы йырсының юбилей концерты үтәсәк. Унда Роза Аҡкучукова, Резеда Әминева, Фәрүәз Урманшин, Альберт Салауатов, Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Искәндәр Ғәзизов, Харис Шәрипов, Зифа Нагаева кеүек танылған сәхнә оҫталары ҡатнаша.
Нурияның нурлы кисәһенә рәхим итегеҙ!
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад