Республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә спорт ярыштары, сәнғәт өлкәһендә төрлө саралар, фестивалдәр үтеп кенә тора. Мәҫәлән, йыл да Октябрьский ҡалаһында ҡурайсы, йырсы, бейеүселәр, сәсәндәр көс һынаша. Әммә, ни эшләптер, шиғриәт ярыштары ойошторолмай.
Уҡыусылар менән бер рәттән ололар ҡатнашлығында шиғыр уҡыу маһирлығын, оҫталығын күрһәткән бәйгеләр булһын ине. Шул уҡ ваҡытта проза әҫәрҙәренән күңелгә ятышлы, халыҡты ҡыҙыҡһындырған өҙөктәр уҡыу ҙа тамашасыға бөгөн кәрәк, сөнки “Аҡ тирмә”лә үткәрелгән шиғриәт кисәләрен улар бик яҡшы ҡабул итә. Ошондай төр ярыштар һәр мәктәптә, клубтарҙа, мәҙәниәт һарайҙарында үткәрелһен ине. Беренсенән, бындай эш мәҙәни сараларҙы байытып та ебәрер, икенсенән, йәш быуынды китап уҡыуға ҡыҙыҡһындырыр. Юғиһә, һуңғы ваҡытта әҙәбиәтте оноттоҡ. Яҙыусы-шағирҙарҙың исемдәрен дә белмәйҙәр.
Мин шиғыр уҡыу, проза әҫәрҙәренән өҙөктәр һөйләү буйынса бәйгеләр ойоштороуҙы бөтөн йәмәғәтселеккә тәҡдим итәм. Юғиһә, бөгөнгө ярыштар, бер юҫыҡта үткәрелеп, баһаһын юғалта башланы.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.