Мостай ағай үҙ һүҙен әйтер ине...14.11.2012
Мостай Кәримдең “Уҡытыусыма” тигән шиғырын кем генә белмәй? Уҡытыусыһы ысын остаз булғандыр шағирыбыҙҙың.

Мин мәктәптә уҡығанда был шиғыр юҡ ине. “Там, там, тамсы там”, “Сталинға — һөйөү, Сталинға — дан!”, “Япраҡтары йәшел аҡ ҡайындың” тигән йырҙар рухында үҫтек. Үҙем эшләй башлағас, “Уҡытыусыма” шиғырын балалар менән бергә ятлай инем:

Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм,
Тәү башлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм...

Бала сағым иҫкә төшөп, күҙемә йәш төйөлә... Мин — өсөнсө, һеңлем Алмаҡай беренсе класҡа килгән йыл ине. Ул заманда ҡайҙа ул баланы мәктәпкә тиклем оҙатып ҡуйыу? Мин, сос булғас, белем усағының таныш ишегенән йүгереп инеп тә киттем. Ә бер малай, юлға арҡыры тороп, һеңлемде үткәрмәй. “Дошман балалары бында уҡырға тейеш түгел”, имеш (атайыбыҙ ҡәһәрле 1937 йылғы сәйәси золом ҡорбаны булды)... Һеңлем — ишектең тыш яғында, мин эстә илайым. Бәхеткә күрә, бер уҡытыусы ағай килеп, беҙҙе етәкләп алып инеп китте. “Алтын һуҡмаҡ”ҡа шулай аяҡ баҫтыҡ. Шулай ҙа юлыбыҙ уңды: икебеҙ ҙә ныҡлы белем алып, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт иттек.
Ни генә булмаһын, туған мәктәбебеҙҙе һағынып иҫкә алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге ҡайһы бер ауыл балаларының яҙмышы йөрәкте әрнетә. Мәктәп ябылғанлыҡтан, булыр-булмаҫ юлдан, автобуста һелкенеп, көн дә юлға сығырға мәжбүр бит улар. Үҙ ауылында бер-береһен көтөп, етәкләшеп уҡырға йөрөмәгәс, “Уҡытыусыма” йырындағы “бәхеттең аҡлығы”, “халыҡтың шатлығы”, “ереңдең биҙәге”, “йондоҙло күктәрҙең серен асып биреү” кеүек төшөнсәләрҙең асылын аңлап үҫерме был меҫкен балалар? Тыуған ауылын яратырмы, уның гүзәллегенә һоҡланып үҫерме улар? Мостай ағай ошо хәлдәрҙе күрһен дә үҙ һүҙен әйтһен ине... Алтын һуҡмаҡмы бөгөнгө мәктәпкә юл?
Гөлкәй ҠУЖИНА.


Вернуться назад