Йәшә әле,нурлап күктәрҙе!14.11.2012
...Бына ниндәй үкенестәр бар бит —
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Рәми Ғарипов.
1977 йыл, 19 февраль.
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...
Түҙалмам мин, тиеп,
Ҡыҙыулыҡтан,
Бурандарға инеп юғалдың.
Аҡҡан һыуҙар кеүек китеп барҙың,
Үтелмәйсә ҡалды юлдарың.

Ҡалды ҡағыҙ, ҡалды ҡәләмдәрең,
Ҡалды әйтелмәгән һүҙҙәрең,
Ҡалды яҙылмаған шиғырҙарың,
Ҡалды асылмаған серҙәрең.

Һәм һин киттең.
Киттең мәңгелеккә,
Үҙ донъяңа — Шаҡай иленә.
Әленән-әле әсе үкенесең
Ҡолаҡтарға килеп бәрелә.

Февраль бурандары бүләк итте,
Тартып алды февраль бураны.
Үкенестәр, һары һағыш менән
Шул упҡынға табан атланың.

Юҡ, юҡ! Йотманы һине упҡын,
Киреһенсә,
Йондоҙ итеп күккә күтәрҙе.
Рәми ағай! Һүнмәҫ йондоҙ булып,
Йәшә әле, нурлап күктәрҙе!

Фәнүзә ӘБСӘЛӘМОВА,
Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.


Вернуться назад