Төркиәлә сыҡҡан “Ҡәрҙәш ҡәләмдәр” исемле журналда Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле ғалим, шағир Рәшит Шәкүрҙең шиғырҙар шәлкеме донъя күрҙе.
Баш һүҙҙе ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының Башҡортостан вәкиле, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов яҙған.
Төрки донъяһы әҙәбиәтендә киң танылыу алған авторҙарға урын биреүсе был журналда милләттәшебеҙҙең әҫәрҙәре баҫылыуы — айырым бер шәхестең ижадына ғына түгел, тотош шиғриәтебеҙгә ҙур баһа ул.
С. НӘЗИРОВ.