Ҡаяға мин ҡарап торам...14.11.2012
Ҡаяға мин ҡарап торам...ТОЙҒОН
* * *
Тояғында ут уйнатып сапҡан
Ел дә етмәҫ саптар аттармы?
Уралымды йырҙа гел данлаусы
Моңдан туймаҫ йырсы ҡарттармы?

Ел дә етмәҫ саптар аттарға беҙ:
— Толпар, — тибеҙ, — егет терәге.
Моңдан туймаҫ йырсы ҡарттарға беҙ:
— Сәсән, — тибеҙ, — йәп-йәш йөрәге.

Тояғында ут уйнатып сапҡан
Толпар тигән һүҙем — Иҙел ул.
Уралымды йырҙа гел данлаусы
Сәсән һүҙе — халҡым үҙе ул.

Дуҫлыҡ

Һый табыны беҙҙе дуҫтар итте,
Бокал, йырҙар йомарт урында.
Осрашҡанда оҙаҡ һөйләштек беҙ
Мәжлестәге шатлыҡ тур(аһ)ында...

Йәшенле төн беҙҙе дуҫтар итте,
Күккә терәк — ҡая һыртында.
Осрашҡанда оҙаҡ һөйләштек беҙ
Ҡаялағы михнәт тур(аһ)ында...

Йылдар үткәс белдем: мәжлестән һуң
Һөйләмәйҙәр тәмен эскәндең;
Һәм осрашҡан һайын һорамайҙар
Михнәттәрен ут-һыу кискәндең.

Кемдер әйтер: “Ҡыйыш төҙәп кенә
Тура атыуҙыңмы билдәһе?”
Юҡ, михнәттә түгел, мәжлестә лә
Һыналалыр дуҫтың кемлеге.

Уйым камил: күңелдәрҙә дуҫлыҡ
Бер үк биҙәк менән туҡылған,
Ләкин ул бит таныш китап түгел,
Кисә генә тотоп уҡылған.

Теләмәйем хатта дошманымдың
Ҡалыуын мин дуҫһыҙ-терәкһеҙ.
...Дуҫһыҙ булыу өсөн бер минутҡа
Йәшәү кәрәк ерҙә йөрәкһеҙ.

* * *
“Хәнйәр менән соҡоп, күп яҙылған
Ҡарғыш һүҙе Урал ташына...” —
Халҡым йырындағы ошо һүҙҙәр
Уйға һалғаны бар йыш ҡына.

Үткәндәргә хөрмәт йөҙөнәнме,
Йортта хәнйәр түргә эленә.
Намыҫ хәнйәр менән үлсәнгәнгә,
Тағылған ул егет биленә.

Хәнйәр таҡҡан егет өсөн үлем
Өҫтөн булған ҡурҡып ҡасыуҙан.
...Ә мин дә бит намыҫһыҙҙы күрһәм,
Билде ҡапшап ҡуям асыуҙан.

Хушлашабыҙ Мәскәү
уртаһында


Айҙарға

Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ. Тағы ҡалаһың.
Күҙ алдыма килде шул күшеккән,
Япа-яңғыҙ болан балаһы.
Мостай Кәрим

Хушлашабыҙ Мәскәү уртаһында,
Тағы, улым, яңғыҙ ҡалаһың.
Хәтерләнем Мостай ағай яҙған
Күшеккән дә болан балаһын.

Шул боланға һине оҡшатыуҙан
Ғәжәпме ни, китһәм һиҫкәнеп,
Сөнки беләм: болан эҙҙәренән
Бик йыш йөрөр йыртҡыс еҫкәнеп.

Күҙ алдына килтереүҙән уны
Аңлашылыр кеүек һәммәһе.
Дүртәү түгел, пар аяҡлы “йыртҡыс”
Хаҡында бит һүҙем әйтәһе.

Улар миңә байтаҡ теш ҡайраны —
Юҡҡамы сәс иртә ағарҙы.
Ана шундай хәтәр мәлдә, улым,
Иҫкә алдым Мостай ағайҙы
Һәм үҙемә төбәп һорау бирҙем,
Күңел менән тойоп барын да:
— Халыҡ шағиры нишләр ине икән,
Булһа әгәр минең урында?

Ошо һорау аша эҙләп таптым
Ҡотолоу юлын йыртҡыс ишенән.
Хәҙер инде ҡурҡыр күлдәк туҙған —
Үткәнмен мин ҡурҡыу йәшенән.

Ҡасҡан болан һымаҡ бер тынала
Үтә ғүмер — нимә көтөргә?
Ә һин, улым, хәүеф тыуған саҡта
Салауатты ал да хәтергә,
Минекенә оҡшаш һорауҙы һин
Үҙеңә бир уның тураһында:
— Халыҡ батыры нишләр ине икән,
Булһа әгәр минең урында?

Ошо һорау һиндә дәрт тыуҙырыр —
Теҙ сүкмәҫ юл табыр аҡылың.
Салауатҡа табынып йәшәһәң һин —
Ана шул, тим, булыр хаҡ юлың!

Хушлашабыҙ Мәскәү уртаһында,
Тағы, улым, яңғыҙ ҡалаһың.
Хәтерләнем Мостай ағай яҙған
Күшеккән дә болан балаһын.

Ҡырлас ҡая

Күҙ ташлаһаң, кәпәс төшөр:
Тауҙар беҙҙә күккә ашҡан.
Алдарымда ҡырлас ҡая
Толпар һымаҡ үрә баҫҡан.
Һырып алған аҡ томандар
Ялдар кеүек елбер-елбер...
Ысыҡтарҙы, һай, һөртөп иҫкән
Елдәр һөйләй кеүек бер сер.
Ошо серҙе теге йылға
Ҡабатлаймы көйгә һалып?
Ҡаяға мин ҡарап торам,
Тәү күргәндәй хайран ҡалып.
Күпме заман тыуған ерем
Күрке булып ҡая торған.
Ә бит бындай ҡаяларға
Тик бөркөттәр оя ҡорған.
Шул бөркөттәр саялығын
Тиңдәш иткән бөйөк халҡым.
Әй, сал тарих,
Ошоға, тим,
Ғорурланырға барҙыр хаҡым,
Барҙыр хаҡым!..

Ҡайтыу

Елдәр менән уҙышыпмы,
Елеп килә яңғыҙ болан.
Ә мин уны шатлығымдан
Йүгереп барып тотмаҡ булам.

Ҡайҙа инде ҡыуып етеү,
Туп-туп килә йылтыр тояҡ.
Баҫҡан ғына эҙҙәренән
Туҙып ҡала үлән, ҡыяҡ...

Күҙ ҙә алмай ҡарап барам,
Онотолоп бөтөн донъям.
Елеп барған шул боланды
Ҡыуып етер ғәйрәт тоям.

Ана болан килеп сыҡты
Упҡындағы ҡая ташҡа.
Быуындары дер ҡалтырап,
Ҡарап торған була аҫҡа.

...Йылдар аша Уралыма
Ҡайтып киләм, атлап һалмаҡ.
Тулҡынланам, ҡая ташта
Баҫып торған болан һымаҡ.

Ҡаялағы баҫма
буйлап...


Ике ҡая араһынан
Аҡҡан йылға нәҡ аҡ таҫма.
Ҡаяларҙы тоташтырып,
Кемдер һалған ағас баҫма.
Йөрәгемде усҡа алып,
Шул баҫманан атлап үтәм.
Үҙ-үҙемә ышанмайса,
Гүйә, хәҙер йығылып китәм.
Шарт-шорт итә баҫҡан ағас,
Әллә инде һынып ҡуймаҡ.
Ҡаушауҙанмы, йылғаһы ла
Күренә бит упҡын һымаҡ.
Ошо баҫма аша сығып,
Һиңә табан атлап барам.
Ҡаушауҙарым арта ғына,
Яҡынайған һайын ара.
Гүйә һаман ҡаялағы
Баҫма буйлап барам атлап,
Һиңә әйтер һөйөү һүҙен
Күңелемдә ҡат-ҡат ятлап,
Һиңә табан барам атлап...


Вернуться назад