Фәһемле лә, файҙалы ла13.11.2012
Фәһемле лә, файҙалы лаЗәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә танылған ғалим һәм яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең II томы донъя күрҙе.

Был китап һуңғы ике тиҫтә йыл арауығында Башҡортостанда булып үткән мөһим хәл-ваҡиғалар менән әҙәбиәт араһындағы үҙенсәлекле бәйләнештәрҙе сағылдырған күләмле мәҡәләләрҙән тора. “Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәренең һәр береһе уҡыусы өсөн оло фәһем, тәрән һығымталар алып килә. Уларҙа тормош фәлсәфәһе тыуған төйәгеңде, тыуған ереңде, туған-тыумасаңды һәм бергә донъя көткән кешеләрҙе яратыу, тормош ҡәҙерен белеү, йәшәү айышын аңлау кимәленән үҫә”, — тип яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.
Әҙиптең “Йондоҙ төҫө”, “Күк тояҡҡай”, “Ҡашлаҡтағы кешеләр”, “Хаҡлыҡ үлмәй” китаптары, кешелеккә, атайсалға һөйөү хистәре менән һуғарылғанға күрә, тиҙ арала үҙ уҡыусыһын тапты. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләренән, ижади портреттарҙан, публицистик материалдарҙан торған “Һайланма әҫәрҙәр”ҙең II томы ла һүҙ сәнғәтен һөйөүселәр өсөн аҫыл хазинаға тиң.
А. АБҘАҠОВ.


Вернуться назад