Логогриф09.11.2012
Һүҙгә хәреф өҫтәү йәки, киреһенсә, унан хәреф алып ташлау юлы менән яһалған һүҙҙәр логогрифтар була. Мәҫәлән, ишек – кишер, уҡра – ҡурай, һауыт – тыуа, күрек – күрк.
Һүҙҙәр пирамидаһы. Был пирамиданы төҙөү өсөн алда килгән һүҙгә бер хәреф өҫтәп яңы һүҙ төҙөп барырға кәрәк. Мәҫәлән, ер – гер – негр – венгр – норвег.
1. Таҙа итеп күсереп алынған ҡулъяҙма.
2. Ап-аҡ булған ашъяулыҡ, ер өҫтөнә ташланыҡ.
3. Кеше кәүҙәһенең яурындан билгә тиклем булған һәм хайуандарҙың муйындан ҡойроҡҡа тиклем булған һырты.
4. Бер һауыттың эсенә бөтә әшәкелек йыйылған.
5. Бер ерҙән икенсе ергә тиклем булған алыҫлыҡ.
6. Ишек алдындағы кәртә-ҡура һәм башҡа ҡоролмалар.
7. Тау һәм ҡая таштарҙы киҫеп үткән тар тәрән аралыҡ.
8. Үҙ-ара бәйләнеш, берҙәмлек булмаған хәл.


Вернуться назад