Метаграмма09.11.2012
Бер-береһенән бер хәрефкә генә айырылып торған һүҙҙәр метаграмма тип атала. Мәҫәлән, төш - таш - түш. Был һүҙҙәр теҙмәһе бик оҙонға һуҙылырға мөмкин.
Ҡуянды бүрегә әйләндереп буламы?
“Ҡуян” һүҙенән метаграмма ысулы менән “бүре” яһап ҡарағыҙ. Был мәсьәләне сисеү юлдары күп. Уҡыусыларға бер варианты тәҡдим ителә: Ямғыр. — Яғыу өсөн әҙерләнгән ағас. — Берәй есем алып торған арауыҡ. — Урамдағы, йәмәғәт урындарындағы сүп һауыты. — Мал-тыуар ояһы. — Кеше кәүҙәһенең яурындан билгә тиклем булған һәм хайуандарҙың муйындан ҡойроҡҡа тиклем булған һырты. — Ырғып йөрөгән тарбаҡ аяҡлы ер-һыу йәнлеге. — Төлкө, һыуһар кеүек йәнлектең сираҡ тиреһе. — Йәйпәк ауыҙлы, тар төплө тотҡаһыҙ сынаяҡ. — Япондарҙың милли спиртлы эсемлеге. — Дипломаттың дипломаты. — Карап, самолет, машинаның һ.б. хәрәкәтендә башланған һәм тамамланған пункттар араһындағы юл. — Арҡау ебен урап, һоҫа эсенә ҡуя торған үҙәк; кәтүк.