Шарада09.11.2012
Был йомаҡ, уйын-табышмаҡ бирелгән һүҙҙе үҙҙәренең айырым мәғәнәһе булған һүҙҙәргә бүлеүҙән тора. Мәҫәлән, ТОЛПАР = ТОЛ + ПАР, ЙЫРТЫШ = ЙЫР + ТЫШ.
Түбәндәге шарадаларҙы сисегеҙ:
Был аҫыл таш (халыҡ) нәмәнең ҡайһылыр тарафтағы өҫтөнә ялҡынды ҡушһаң барлыҡҡа килә.
Ағас башындағы көмөш алҡаға зәһәрле матдәне (ағыуҙы) өҫтәһәң, урман батшаһын табырһығыҙ.
Йылҡыға өй башындағы ярты икмәкте ашатһаң, донъялағы иң яҡын ир-ат килеп сығыр.
Һин баҫып торған урынды ҡара, шундағы ярыҡта бер мурт ағас үҫеп ултыра.
Тормош кәрәге өсөн йортта аҫралған хайуанға ғинуарҙы йәки майҙы ҡушһаң, ҡустыңды табырһың.
Йылдың иң эҫе мәлендә бәрейҙең әшнәһе бик ҙур йыртҡыс балыҡҡа әүерелә.
Аяҡтың тубыҡтан өҫкө өлөшөнә тырнаҡҡа төшкән тапты ҡушһаң, ул ағасҡа менеп китер.
Телдең тамамланған өлөшө менән үс берләшһә, осоп-сәсрәп торған утҡа әйләнә.
Ирекһеҙ, кемгәлер буйһоноп йәшәгән кешегә тирмәндән үткәрелгән бойҙай бирһәң, ҡонандың «ҡустыһына» әйләнер.
Был убаны бер сутый ергә урынлаштырһаң, кешегә һатып ебәрергә була.