Триграмма09.11.2012
(өс һүҙ)
Пентаграммала йәйәләрҙең ике яғында урынлашҡан хәрефтәр мәғәнәле һүҙҙәр аңлатыу сәбәпле, дөйөм биш һүҙ яһап була. Триграммала йәйә тышындағы хәрефтәр айырым һүҙҙәрҙе барлыҡҡа килтермәй. Шунлыҡтан йәйә эсенә ҡуйылған һүҙ яңы ике һүҙ барлыҡҡа килтерә ала. Мәҫәлән, анд(...)ар. Йәйәләр эсенә ыҙан тигән һүҙҙе ҡуйһаҡ, ике яңы һүҙ барлыҡҡа килә: андыҙ + анар. Икенсе миҫалдар: ар(тым ау)лаҡ, бат(ша уҡым)ыш,бө(йөр өш)ә. Бындай һүҙҙәрҙе триграмма тип атайыҡ.
Бирелгән һорауҙарға яуап табып, триграмма принцибы менән уртаҡ һүҙҙәрҙән төҙөлгән әйтемде уҡығыҙ: 1. Аш һоҫа торған оҙон һаплы ҙур ҡалаҡ. Аҫта түшәге, өҫтә түшәге, мине таларға иҫәбе. 2. Берәй нәмәгә ҡарата булған мөнәсәбәт. Тишек-ярыҡты ҡаплау өсөн тыға торған сүбәк. 3. Атайым алды ҡарағай, башы түбән ҡараған. Эләктереү өсөн махсус эшләнгән кәкре башлы ҡулайлама.


Вернуться назад