Афоризмдар09.11.2012
v Шым итеп әйткән һәйбәт ишетелә.
v Ашыҡҡанда ваҡыт тиҙерәк үтә.
v Хырылдаған кеше яҡшыраҡ йоҡлай.
v Яманат яҡшаттан еңелерәк яулана.
v Асыҡ күңеллене күптәр ярата һәм… алдай.
v Күп ашауҙың — файҙаһы, әҙ ашауҙың ҡыҙығы юҡ.
v “Яңы башҡортҡа” дуҫлыҡтан танышлыҡ өҫтөн.
v Эш урынында күргән төш урынһыҙ.
v Креслола күрелгән төш хәйерлегә түгел.
v Юмор кемгәлер барып етмәгәнгә элемтәлә ғәйеп юҡ.
v Бәғзенең сөйәле – эштән, бәғзенеке – ҡул сабыуҙан.
v Вазифаның дәрәжәһе уның исеменең оҙонлоғона кире бәйләнгән.
v Һеҙҙең менән йыш күрешкән кеше ғәмәлдә үҙегеҙгә иғтибар итмәйҙер.
v Ҡатыныңдың гардеробы бай булһа, шкафта һөйәре өсөн урын ҡалмай.
v Ҡатын-ҡыҙҙың ғүмеренән (йәшенән) һәм теленән керпеге менән аяғы оҙон булғаны яҡшы.
v Импотенция. Унан берәү ҙә үлмәгән …һәм тыумаған.
v Дуҫтың ҡатыны ҡатындың дуҫынан һәйбәтерәк.
v Элек оялғанда ҡыҙаралар ине, хәҙер ҡыҙарырға ла оялалар.
v Бейеклектән ҡурҡмағандарҙың да вазифанан башы әйләнә.
v Демократтарҙың еңеүе демократияның еңеүен аңлатмай.
v Эскенән һуң баш ауыртҡанға ҡайғырмағыҙ, тимәк, башығыҙҙы юғалтмағанһығыҙ.
v Сәйлек тигән аҡса сәйгә китһә, сәй етешмәҫ ине.
v Яратҡан — телескоп аша, көнләшкән микроскоп аша ҡарай.
v Шешә төбөндәге араҡы тәмлерәк.
v Араҡы кешене төбөнә төшкәнсе эсә.
v Ауыҙында һөйәк булған эт өрмәй ҙә, тешләмәй ҙә.
v Иң ысыны күҙҙән йәш сығармай илау.
v Ҡыңғырауҙағы ярыҡты күҙ күрмәһә лә, ҡолаҡ ишетә.
v Шәм тотҡан йышыраҡ абына.
v Шәм нурында күргән әйбер ҡояш нурында икенсерәк күренә.
v Табып биргән уҡытыусы түгел, табырға өйрәткән – уҡытыусы.
v Кеше ҡалаға яңғыҙлыҡ эҙләп ҡаса.
v Ҡыҙҙар ҡалаға кеше күҙенән һәм һүҙенән ҡаса.
v Күпте белеүҙән яҡшы (тәрән) белеү хәйерле.
v Күп белеү яҡшы белеүҙе аңлатмай.
v Ояла белгән кеше алдашмай.
v Һыуҙың ҡәҙерен шишмә ҡоромайынса белеп булмай.
v Аҡыллы тел тотлоҡмай.
v Дөрөҫлөк эҙләгәндә кемгәлер булһа соҡор ҡаҙырға тура килгәнен онотма.
v Бер ҡул менән сәпәкәй һуғып булмай.
v Юғары маҡсаттарға ятып ҡарау йәтешерәк.
v Дуҫлыҡ кәмегән һайын итәғәт арта.
v Ҡатын-ҡыҙ йәшерәк күренергә тырышҡан өсөн оҙағыраҡ йәшәй.


Вернуться назад