Викторина09.11.2012
1. Тырнаҡты кис киҫергә ярамай. Кис кешенең рәүә йәне тырнаҡ осона килә, тиҙәр. “Рәүә йәне” нимәне аңлата?
а) балаларҙың йәне;
б) ярты йән;
в) атайыңдың йәне;
г) әсәйеңдең йәне.
2. Һынамыш буйынса “Егет кеше утынды эре киҫһә,
а) …кемдер яманлап һөйләй”;
б) …кәләше йәмһеҙ була”;
в) …ғүмере оҙон була”;
г) … һөйгәнеңде күрерһең”.
3. Юл йөрөп тирләгән атҡа ҡапыл һыу эсерергә ярамай, “эҫеләй була”, яна. Уға ниндәй үлән төнәтмәһен эсерәләр?
а) ирәүән;
б) еҙтөймә;
в) андыҙ;
г) көтөүсе муҡсаһы.
4. Һап-һары йөнтәҫ ҡиәфәтле бисә рәүешендәге мифик зат нисек атала?
а) бисура;
б) албаҫты;
в) шүрәле;
г) бәрей.
5. ”Балалы өй — баҙар, балаһыҙ өй — маҙар” тигән әйтем бар. Маҙар һүҙе нимә аңлата?
а) тамуҡ;
б) тыныслыҡ;
в) зыярат, ҡәберлек;
г) аулаҡ.
6. Ҡайһы дин әһелен “Ҡотобзаман” тип йөрөткәндәр?
а) Ризаитдин Фәхретдин;
б) Мөжәүир Сиражетдинов;
в) Зәйнулла Рәсүлев;
г) Мөтиғулла Ғатауллин.
7. Ураҙа байрамы ҡайһы айҙа үткәрелә?
а) мөхәррәм;
б) шәүүәл;
в) рамаҙан;
г) зөлхизә.
8. Был малды ҡорбанға бирергә ярамай:
а) дөйә;
б) йылҡы;
в) һыйыр;
г) һарыҡ.
9. Шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина ҡайҙа тыуып үҫкән?
а) Стәрлетамаҡта;
б) Салауат ҡалаһында;
в) Ишембай ҡалаһында;
г) Өфөлә.
10. Кесе быуат нимәне аңлата?
а) ун ике йыл;
б) алтмыш йыл;
в) етмеш ике йыл;
г) етмеш алты йыл.
11. Аҙнаның һәр көнөнөң икенсе исеме бар. “Атланған көн” тип аҙнаның (...) йөрөтәләр:
а) дүшәмбе;
б) шишәмбе;
в) шаршамбы;
г) кесе йома.
12. Иң оҙон һәм ҡыҫҡа көндәрҙә үткәрелгән байрам нисек атала?
а) нардуған;
б) сөмбәлә;
в) селлә;
г) науруз.
13. ”Ҡара баш” тип кемгә әйтәләр?
а) япа-яңғыҙ кешегә;
б) башы эшләмәгән, иҫһеҙ кешегә;
в) аҡылға еңел кешегә;
г) брюнетҡа.
14. Был ағастарҙың ҡайһыһы “артыҡ”?
а) сауҡа;
б) бешә;
в) туйра;
г) сауыл.
15. Ҡуң ит нимә ул?
а) түш ите;
б) яңы һуйған ит;
в) тире аҫты ите;
г) һөйәкһеҙ, һум ите.
16. Ирен аҫтындағы соҡорға үҫкән өйкөм һаҡал нисек атала?
а) кәзә һаҡал;
б) ата һаҡал;
в) сүсәнәк һаҡал;
г) шәлкем һаҡал.
17. Һаҙаған айғыр нимә ул?
а) өйөргә ҡушыу өсөн өлгөрөп етмәгән айғыр малы;
б) 10-15 йыл өйөр башы булып йөрөгән айғыр;
в) бестерелгән айғыр;
г) ситтә йөрөгән ир.
18. 1926 йылда Сәғүд Ғәрәбстанында Халыҡ-ара ислам конференцияһында рәйестәшлек иткән башҡорт мөфтөйө:
а) Ғабдрахман Рәсүлев;
б) Ризаитдин Фәхретдин;
в) Зәйнулла Рәсүлев;
г) Әбү Хәнифә.
19. ”Һин ғораб тип уйлағаның асылы шоңҡар булмаһын” (Аҡмулла). Ғораб һүҙе нимә аңлата?
а) ҡоҙғон;
б) ала ҡарға;
в) өкө;
г) сәүкә.
20. “Баян талаҡ” нимәне аңлата?
а) өс тапҡыр әйтелгән талаҡ;
б) ҡағыҙға яҙып бирелгән айырылыу һүҙе;
в) мулла аша тапшырылған талаҡ;
г) ҡатынды бөтөнләй айырып ебәреү.
21. Күкьял кем ул?
а) башҡорт ерен һатып, байып йөрөгән кеше;
б) сирен ағасы;
в) күк төҫтәге һыйыр;
г) тимер күк төҫтәге ат.