Тәрҡиб09.11.2012
(һүҙ теҙмәһе)

Классик чайнвордта күрше һүҙҙәренең берәр генә хәрефе (тәүге һәм һуңғы) уртаҡ булһа, түбәндә бирелгән һүҙтеҙмәлә күрше һүҙҙәрҙең бер нисә хәрефе уртаҡ. Мәҫәлән, фут(бол, бол) (он, он) (таҡ) һ.б. Иғтибар (уртала торған һүҙҙең бөтә хәрефтәре лә күршеләре менән тулыһынса (йотолорға) тейеш. Яуаптарҙы яҙыр өсөн был чайнвордҡа рәсем кәрәкмәй. Йәйә эсендә яуаптың хәрефтәр һаны күрһәтелгән.
Танылған кеше үлгәндә йәки ҙур афәт килгәндә белдерелә торған ҡайғы. (5). Нимәнелер башҡарыу, эшләү юлы. (4). Ҡуйы һөткә, һөт өҫтөнә бешерелгән манный бутҡаһы. (4). Тыуғандан имеп туҡтағанға тиклемге һарыҡ, кәзә. (5). Һүрәт төшөрөү, һынлы сәнғәт оҫтаһы. (6). Сәйгә һыу ҡайнатып, һемәгенән яһап эсә торған һауыт. (7). Организмдың ғәҙәти эшмәкәрлеге боҙолған хәл, сир, хәстә. (6). Әҙ генә һыуға йәки һөткә һалып, төйөрлө ҡамыр яһап бешергән аш. (5). Ҡамыр һымаҡ формаһыҙ матдә. (5). Күләм, дәүмәл, ара һәм ваҡыттың яҡынса бер кимәле. (4). Ҡыҙҙарға ҡанат, (...)ҙарға аяҡ бирһен. (5). Һунар эте йәки йомшаҡ кәзә-һарыҡ күне. (5). Баш ҡалаһы Доха булған мосолман дәүләте. (5). Теленән табыр ҡош. (6). Нәҫел-ырыу тарихы, шәжәрә. (5) Марокконың баш ҡалаһы. (5). Тәпәндән бейегерәк ағас һауыт.(6) Мәсеттең аҙан әйтә торған өҫкө бейек ҡоролмаһы.(6). Күп йылдар Фәләстанды етәкләгән сәйәсмән.(6). Ваҡытлыса тороу йәки ҡунып сығыу өсөн ингән өй. (5). Орғасы йәнлек, хайуан. (5). Балалар телендә (бысраҡ, насар) нәмә.(5). Нәмә, предмет.(5). Эш, тормоштағы уй-ниәт уртаҡлығына нигеҙләнгән тығыҙ мөнәсәбәт. (6) Вуз уҡытыусыһы. (6). Төтөн юлы, мөрйә. (5). Оло йәштәге ир кеше, ҡарт. (5). Матур ҡыуаныслы бер нәмәгә бағышлап үткәрелгән махсус көн.(6). Сәхнәне яҡтырта торған уттарҙы авансцена буйлап тамашасыларҙан ҡаплап торған тәпәш кенә оҙон барьер. (5). Төркиәлә, Мысырҙа һәм ҡайһы бер мосолман илдәрендә юғары сановниктарға бирелә торған хөрмәтле титул.(4). Сәй ҡалдығы. (4). Аҫҡа түшәп ятыу өсөн мамыҡтан һырып эшләнгән нәмә. (6) Утлы пуля йәки снарядтың һауала ҡалған эҙе. (6). Ысынбарлыҡтағы кире күренештәрҙе фаш итеп, әсе көлөп сағылдырған сәнғәт әҫәре. (6). Күтәренке тауыш менән әйтелгән телмәр өҙөгө. (6). Берәй ваҡиғаның билдәле календарь ваҡыты. (4). Әҙ-мәҙ ҡапҡылап алғанда нимә ялғайҙар? (5). Алға ҡуйылған бурыс. (6). Йылтырап торған кизе-мамыҡ туҡыма. (5). Ике яҡтағы ҡушар бағана араһына өҫлө-аҫлы һайғау һалып ҡына кәртәләнә торған ҡапҡа. (5). Факультет етәксеһе. (5). Рәсәйҙең ҡатын-императоры. (4). Бәлә килгәндә, хәтәр хәлде белдереп, халыҡты саҡырған сигнал. (5). Сығанаҡ, һауыт татыу, ашамлыҡты өҫтәлгә ҡуйыу һ.б. өсөн ситтәре өҫкә ҡайтарып эшләнгән махсус табаҡ. (6). Сәтләүек йәки виноград төрө. (6). Ваҡ эшкә йөрөгән бәләкәй генә карап. (5). Алма шарабы.(4). Тышҡы өҫкө кейеме өсөн ҡулланылған ҡалын, беше йөн туҡыма. (4). Килендәш. (5). Үҙләштерелгән белемде билдәләү өсөн алынған һорау, имтихан. (5). (Ат алһаң (...)ың менән, ҡыҙ алһаң ырыуың менән кәңәшләш. (4). Яңы йыл байрамы йондоҙнамә буйынса. (4). Юғалған (...) табыла, юғалған ваҡыт табылмай. (4). Күкһел һыртлы, аҡ ҡорһаҡлы, буҙ ҡойроҡло ваҡ йылға балығы. (5). Булдыҡлы (...) эшләр, булдыҡһыҙ аҡса эҙләр. (5). Ике аралағы һатыу-алыу шөғөлө, коммерция.(5). Аҡһаҡал. (6). Ханттың күршеһе. (5). Баш һөйәгенең ҡолаҡтан маңлай һөйәгенә тиклемге булған ике яҡ эргәһе. (4). Ике (...) ҡойроғон тота алмаҫһың. (4). Боҙҙа уйылған тишек. (4). Айырым бер хеҙмәттән килгән байлыҡ йәки аҡса. (5). Боҙолған, һынған, ватылған һ.б. нәмәне йүнәтеү, төҙәтеү эше. (6). Он һымаҡ итеп, ныҡ ваҡланған нәмә. (5). Һепертке башлы бейек үлән. (5). Тән, организм төҙөлөшөн өйрәнеүсе белгес. (6). Атмосфераның түбән ҡатламында болот һымаҡ булып барлыҡҡа килгән быу. (5). Гранат.(4). Ат бар (...) юҡ, ҡаҙан ҡайнай ярма юҡ(. (4). Никах йәше етмәгән ҡыҙҙы биргәндә ата-әсәнән алынған фатиха. (4). Боронғо Рим тарихсыһы. (5). Текстан һүҙмә-һүҙ килтерелгән өҙөк. (6). Станица башлығы. (6). Азербайжан валютаһы. (5). Оҙонсараҡ киң япраҡлы, оҙон яланғас һабаҡлы, көрәнерәк сүс орлоҡло ҡыр үләне. (7). Йәнлек тиреһенән осло түбәле итеп тегелгән, яурынды, ҡолаҡты, тамаҡ аҫтын ябып торған кәпәс. (8).


Вернуться назад