Фиҙаҡәр хеҙмәт һөҙөмтәһе09.11.2012
Башҡортостан, ҙур, үҫешкән агросәнәғәт төбәктәренең береһе булараҡ, ауыл хужалығы продукцияһының төп төрҙәрен етештереү буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. Төбәк иҡтисадының аграр секторы — Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәтенең даими иғтибар үҙәгендә. Республика эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын быйыл да юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары менән ҡаршыланы.

Башҡортостан 2 миллионға яҡын тонна иген йыйып, һаҡлауға һалды. Республика халҡы икмәк, картуф, йәшелсә, шәкәр, үҫемлек майы менән тулыһынса тәьмин ителде. Киләһе йылға сәсергә орлоҡ етерлек күләмдә һалынды, мал аҙығы тупланды. "500 ферма" маҡсатлы программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла башланы. Республикала дүрт меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә.
Конгресс-холда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, ауыл хужалығы эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, киләсәктә лә юғары ҡаҙаныштар теләне.

* * *
Байрам сараларында шулай уҡ республиканың 11 районы аграр сәнәғәттәге уңыштары өсөн дипломға, 300 мең һум күләмендәге аҡсалата премияға лайыҡ булды. Башҡортостан Президенты Указы менән тармаҡтың бер нисә алдынғыһы "Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" билдәһе менән бүләкләнде.
– Ауыл хужалығында 50 йылға яҡын эшләйем, шуның 40 йылын бригадир вазифаһында үткәрҙем. Бөгөнгө бүләк минең өсөн үтә әһәмиәтле, сөнки тәүге тапҡыр хеҙмәтем Президент һәм республика Хөкүмәте кимәлендә юғары баһаланды, – тине Дүртөйлө районының "Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы" ауыл хужалығы кооперативының хеҙмәт ветераны Фәнил Сәрүәров.
– Һеҙҙең һәр берегеҙҙең хеҙмәте бөгөн оло баһаға лайыҡ, һәр кемегеҙ уңғанлығы менән алдырҙы, һеҙҙең хеҙмәт күптәр өсөн өлгө, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев. – Баҫыуҙа, фермала көнө-төнө тырышып эшләгән, етештереү сәнәғәтендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкәндәргә беҙ һәр саҡ таянабыҙ.
С. ҒӘЛИМЙӘНОВ.


Вернуться назад