Таланттарға алмаш үҫтерәбеҙ09.12.2011
Таланттарға алмаш үҫтерәбеҙБөрйән районының мәҙәниәт һарайы, үҙәк китапханаһы, балалар сәнғәт мәктәбе — ошо ерҙе төйәк иткән, милли тамырҙарына тоғро, йыр-моңға ғашиҡ халыҡты мәҙәнилеккә, әхлаҡҡа, күңел матурлығына әйҙәүсе усаҡтар. Уларҙың хеҙмәткәрҙәре “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ихлас ҡушылды. Ауылдарҙағы клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә уларҙың өлгөһөнә эйәрҙе.
Төп милли баҫмабыҙҙағы туған тел, милли рух, йәнтөйәк тураһындағы мәҡәләләр бер кемде лә битараф ҡалдырмай. “Башҡортостан” илдә алып барылған сәйәсәтте халыҡҡа аныҡ еткерә барыуы менән дә ихтирамға лайыҡ. Төрлө мәғлүмәткә бай махсус биттәрҙе лә яратып уҡыйбыҙ, эшебеҙҙә файҙаланабыҙ.
Бөрйән районы таланттарға бай. Яҡташтарыбыҙ араһында танылған дәүләт эшмәкәрҙәре, сәхнә йондоҙҙары, әҙәбиәт, журналистика өлкәһендә һәм башҡа тармаҡтарҙа уңышлы эшләүселәр байтаҡ. Улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм киләсәктә лә ошондай шәхестәребеҙгә алмаш үҫтереүгә барлыҡ көсөбөҙҙө һалабыҙ. Мәҫәлән, Бөрйәндән республикабыҙ сәхнәләрен шаулатҡан “йондоҙҙар” үҫеп сығып тора. Районда уларға алмаш — уҡыусы балалар ҙа төрлө абруйлы конкурстарҙа, фестивалдәрҙә призлы урындар, еңеүҙәр яулай. Тик Башҡортостан сәнғәтенә тос өлөш индергән һәм индерәсәк оҫталарыбыҙ республика матбуғатында яҡтыртылмай тиерлек. Был юҫыҡта рухи ҡиммәттәргә ҙур иғтибар бүлеүсе, милләттәштәрҙе берҙәмлеккә әйҙәүсе “Башҡортостан” гәзите оло ярҙамсыбыҙ, уң ҡулыбыҙ булыр, тип ышанабыҙ.
Клара ТЕЛӘҮБАЕВА,
Бөрйән районы хакимиәтенең
мәҙәниәт бүлеге етәксеһе.


Вернуться назад