“Мин – әсә!”07.11.2012
Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр һарайында “Мин — әсә!” ҡала конкурсы үтте.

Сараны Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте комитеты Йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге менән берлектә ойошторҙо. Ҡала комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ярышта һайлап алыу турын үткән 30 йәшкә тиклемге һигеҙ әсә ҡатнашты, улар үҙ сығыштарында ғаилә ҡиммәттәренең, сәләмәт тормош һәм ата-әсә яуаплылығының әһәмиәтен, ғаилә йолаларына һаҡсыл мөнәсәбәтте сағылдырырға тырышты.
Конкурсанттар дүрт номинацияла көс һынашты. Сара башланыр алдынан “Тылсым эйәһе — әсәйем” конкурс-күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда әсәләр шәжәрәһен, ғаилә гербын, ҡул эштәрен, фотоальбомдарын һәм башҡа әйберҙәрен ҡуйғайны. “Йәгеҙ әле, әсәләр!” номинацияһында һәр ҡатын үҙе, шөғөлө, ғаиләһе хаҡында һөйләне. “Әсәйемдең алтын ҡулдары” аш-һыу конкурсында төрлө ризыҡтар тәҡдим ителде, өйгә бирелгән эштә улар балалары менән бергә бейене, йырланы.
Жюри ағзалары Анастасия Ковальскаяны — иң маһир, Дарья Кузнецованы — иң аҡыллы, Оксана Дудареваны — иң булдыҡлы, Неля Ғәлләмованы — иң дәртле, Гөлфиә Кәбированы иң мөләйем әсә тип билдәләне. Лилиә Муллағолова — иң ижади, Светлана Арыҫланова иң шаян әсә исеменә лайыҡ булды. Конкурстың еңеүсеһе тип Маргарита Әйүпова танылды. Уға диплом һәм “ЛАК” матурлыҡ салонынан сертификат тапшырылды.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад