Закон08.12.2011
Күптән көткән
Әллә төштө күктән,
Өмөт итмәгәйнем,
Эй, Алла:
Баштарыма
Килеп төштө һымаҡ
Ожмах баҡсаһынан
Бер алма.

Юҡ, мин Ньютон түгел,
Закон асмам,
Башҡа төштө, тиеп,
Бер алма.
Тик бары мин
Шуны ғына әйтәм:
Емеш яуып торһон,
Эй, Алла!

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад