Утрау08.12.2011
Ҡайҙа баҡма —
Тулҡын бәрә,
Ҡайҙа баҡма —
Тулҡындар...
Шул тулҡындарға
Ҡушылып,
Йөрәк күпме
Һулҡылдар?!

Кесерәйә бара
Утрау, —
Тулҡындар ашай
Ярын.
Ҡайҙа юғалды
Һөйгәнем,
Ҡайҙа булды
Дуҫтарым?!

Кесерәйә бара
Утрау, —
Йөрәктә
Күпме яра...
Яңғыҙ ҡалған
Был башымды
Зәңгәрлек
Йота бара...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад