Башҡортостандың индустрия предприятиелары Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусыларҙың килеүенә алдан уҡ әҙерләнә башланы. Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ойошторолған махсус күргәҙмәләрҙә улар ҡунаҡтарҙы ҡаршылау һәләтен, аш-һыу әҙерләү оҫталығын күрһәтте.
Күргәҙмә экспозициялары мәҙәниәт һарайының ике ҡатында урынлашты. Беренсе ҡатта ҡунаҡсыллыҡ һәм таҙалыҡ индустрияһы яңылыҡтары менән таныштырһалар, икенсеһендә ресторандарҙың, милли үҙәктәрҙең аш-һыу оҫталығы сағылдырылды. Бында башҡорт, урыҫ ризыҡтарын, нәзәкәтле ашамлыҡтарҙы тәмләп ҡарарға мөмкин ине. Күргәҙмәнән тыш, Төбәк-ара кулинария форумы ойошторолдо. Уға ярашлы ашнаҡсылар менән кондитерҙарҙың ярышы, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Төрлө йәшелсә, еләк-емеште биҙәү сәнғәте оҫталары — карвинг буйынса белгестәр — үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Сараның тәүге көнөндә “Көнкүреш хеҙмәте күрһәткәндә ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙың көнүҙәк мәсьәләләре” темаһына “түңәрәк өҫтәл”, Башҡортостанда юл яны сервисын үҫтереү мәсьәләләре буйынса конференция үткәрелде.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.