Башҡортто йырһыҙ, моңһоҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Халҡыбыҙ дәртле лә, һағышлы ла, шул уҡ ваҡытта ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығын талап иткән, быуындан быуынға тапшырыла килгән йырҙарға бай. Уларҙы тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп башҡарған легендар йырсы Фәриҙә Ҡудашева, башҡорт моңона яңы яңғыраш биреп, барлыҡ нескәлектәрен дә тыңлаусыға еткереүгә өлгәшкән талантлы композитор Бәхти Ғайсиндарҙың ижад юлы һоҡландыра. Улар башҡорт мәҙәниәтен илебеҙҙең төрлө төбәгендә йәшәгән кешеләргә таратыу, халыҡ йырҙарын тергеҙеү йәһәтенән күп эшләне.
Фәриҙә Ҡудашева бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ була. Мәктәп йылдарында уҡ башҡорт халыҡ йыры “Һыуыҡ шишмә”не башҡарып, барыһын да таң ҡалдыра. Дүртөйлө районында ете класс белем алғас, Өфөгә юллана. Йәш ҡыҙ унда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Башҡорт радиоһында эшләү осоронда, йәғни 1947—1956 йылдарҙа, Фәриҙә Ҡудашева халыҡ араһында киң билдәлелек яулай. Йыр-моңға һөйөү, тамашасы менән күҙгә-күҙ осрашыу ниәтенән 1956 йылда йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә күсә. Бында ул тамашасыларға илаһи, дәртле, моңло йырҙарын бүләк итеп, ғүмер аҙағынаса сәнғәткә тоғро хеҙмәт итә. Уның өс меңгә яҡын башҡорт, татар йырын белеүе билдәле. Фәриҙә апай “Ашҡаҙар”, “Азамат”, “Ҡаһым түрә”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙарын үҙенә генә хас оҫталыҡ менән башҡара.
Бәхти Ғайсин, популяр йырсы менән иңгә-иң терәшеп, башҡорт эстрада сәнғәтен үҫтереүгә һәм уны байытыуға тос өлөш индерә. Ул Ауырғазы районының Кешәнле ауылында тирә-яҡҡа билдәле гармунсылар ғаиләһендә тыуған. Бик иртә ата-әсәһеҙ ҡалыу сәбәпле, Бәхти балалар йортонда тәрбиәләнә. Бәләкәй сағынан уҡ тальян менән дуҫлаша һәм Өфөнөң 5-се интернатына уҡырға килгәс тә музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһыныуын ташламай, аккордеонды үҙләштерә башлай. 1945—1946 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында слесарь-йыйыусыға ла уҡый, ләкин йыр-моңға һөйөүе көслөрәк булып сыға. 1949—1953 йылдарҙа музыка училищеһында йыр сәнғәте серҙәрен өйрәнә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында концертмейстер булып сәнғәт юлына аяҡ баҫа. Был осорҙа көйҙәр ҙә сығара башлай. 1960 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә һәм тап ошонда үҙенең тормош юлдашын — Фәриҙә Ҡудашеваны — осрата. Ошо мәлдән алып улар ҡулға-ҡул тотоношоп, йырлы-моңло юлдарын дауам итә. Икеһенең дә ижадтары тулыланып, көсәйеп китеүе милли сәнғәтебеҙ өсөн бөйөк бер осорҙо башлай.
Бәхти Ғайсин “Яҙғы урман”, “Кермә төшкә, төшмә иҫкә”, “Һөйһә лә, һөймәһә лә”, “Мыйыҡ үҫтереп ҡара”, “Билдәһеҙ һалдат”, “Торналар киткәндә” һәм башҡа йырҙар аша халыҡ хәтерендә ҡалған. Фәриҙә Ҡудашеваға һөйөү емеше булып “Ниңә гелән, иркәм?”, “Гел генә”, “Бөгөлә ҡайын”, “Һаубуллашыу йыры”, “Һары һандуғас, ҡара ҡарлуғас”, “Ярамайға — ҡарамай”, “Яратам мин һинең көлөүеңде”, “Ике аҡҡош” йырҙары тыуа. Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсин ғүмер аҙағынаса Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.
Филармония үҙенең сәнғәт әһелдәрен онотмай, уларҙың хәтер кисәһен үткәреүҙе бер йолаға әүерелдерҙе. Быйыл да көҙҙөң матур бер көнөндә, халыҡ Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың яҡты иҫтәлегенә арналған кисәгә йыйылды. Режиссер Салауат Итбаев етәкселегендә әҙерләнгән тамашала Нәзифә Ҡадирова, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡалар ҡатнашты.
Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.