“Башҡортостан” гәзитендә күренекле шағирыбыҙ Рауил Шаммастың “Шиғыр яңғырамай” тигән мәҡәләһе баҫылыуға байтаҡ ваҡыт үтһә лә, авторҙың борсолоуҙарына ҡушылып, уй-фекерҙәремде уртаҡлашырға булдым, сөнки мәҡәләлә әлеге көн өсөн айырыуса мөһим проблема — туған телебеҙ менән бәйләнешле мәсьәлә күтәрелә.
Рауил Шаммас, “Беҙҙең телевидение, радио кешеләргә шиғри телдә өндәшәме?” тигән һорау ҡуйып, үҙе үк “ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта бер кем дә быға иғтибар бирмәй башланы”, тип яуаплай. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың киң мәғлүмәт сараларында милләтебеҙ мәнфәғәтендә байтаҡ ыңғай үҙгәреш булһа ла, улар шиғриәткә ҡағылмай тиерлек. Минеңсә, шағирҙың был уңайҙан борсолоуы бик хаҡлы һәм урынлы.
Авторҙың мәҡәләлә ҡуйылған тағы бер һорауын килтерәм: “Телевидение һәм радио йырҙар бирә бит, уларҙы кешеләр көйләп йөрөй. Ә шиғыр йыр кеүек түгелме ни?” Бик тә урынлы фекер. Шиғыр йырҙан бер нисек тә кәм түгел. Яҡшы йыр яңғыраһын өсөн иң тәүҙә яҡшы шиғыр кәрәк бит. Күп осраҡта беҙҙе йырҙың һүҙҙәре үҙенә тарта. Халыҡ мәғәнәһеҙ яҙылған йырҙарҙы бөтөнләй ҡабул итмәй.
Икенсенән, шиғыр музыкаһыҙ ҙа үҙе бер йыр — туған телебеҙ моңо, кешеләр өсөн йән аҙығы. Шиғриәттең көсө беҙҙе ҡанатландыра, күккә сөйә. Һүҙ аша тау-урмандарҙы, сәскәле яландарҙы, Ер шарын гиҙеп сығыу, йәшәүҙең, тормоштоң бар нескәлектәрен күңел күҙе менән күреү мөмкинлеге бар. Шиғыр ҙа йыр һымаҡ күҙҙәрҙән йәш сығарыу ҡөҙрәтенә эйә. Юҡҡа ғына йәшәү менән үлем алышҡан дәһшәтле һуғыш яландарында ла Клавдия Шульженконың йырҙары менән бер рәттән Александр Твардовскийҙың “Василий Теркин”ы яңғырамағандыр.
Шиғриәттең әһәмиәте туған телебеҙгә ихтирам, яратыу, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләүҙә лә әйтеп бөткөһөҙ, сөнки тел байлығының иң юғары күрһәткестәренең береһе — шиғыр. Ошоно иҫтә тотоп, шиғри телдә иң беренсе уҡыусы балалар, студенттар менән аралашырға тейешбеҙ. Бөгөн башҡорт теле тураһында әллә күпме аңлашылмаған ығы-зығы, тартышыу бара бит.
Шуға күрә шиғыр гәзит һәм журналда ғына түгел, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында ла яңғырарға хаҡлы тип уйлайым. Беҙҙең заманда шағирҙар менән осрашыу ғәҙәти күренеш ине. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Ғилемдар Рамазанов, Әнғәм Атнабаев, Абдулхаҡ Игебаев, Тимер Арыҫлан, Муса Ғәли, Сафуан Әлибаев һәм башҡалар менән шиғриәт кисәләрендә осрашыуҙар хәтерҙә уйылып ҡалған. Мәҡәләнең авторы Рауил Шаммас үҙе лә беҙҙең район мәктәптәрендә булып, балаларға шиғырҙар уҡып, аралашып йөрөнө. Хәҙер бындай саралар онотолдо тиерлек. Яҙыусылар килеп сыҡһа ла, ниндәйҙер эш ыңғайында ҡабалан ғына! Уларҙы ла аңларға мөмкин: тормош шарттары ныҡ үҙгәрҙе, матди яҡтан сикләүҙәр — ҙур кәртә.
Мәктәптә уҡыу программалары буйынса айырым яҙыусыларҙың ижады өйрәнелә, уҡыусылар араһында нәфис һүҙ конкурстары үткәрелә. Әммә был йүнәлештә саралар төрлө сәбәптән кәмегәндән-кәмей. Ошо шарттарҙа яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен, туған телебеҙҙә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы киләсәктә лә аңлай, уҡый белә торған йәштәр үҫһен тиһәк, шиғриәт кисәләре, көндәре, дәрестәре үткәреүҙе лә тергеҙергә һәм әүҙем файҙаланырға кәрәк. Балаларҙың “тере” шағирҙар менән осрашып, күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуын башҡа бер ниндәй ҙә сара алыштыра алмайҙыр. Юғарыла әйткәнемсә, шиғри телдә аралашыу — туған телебеҙ мәктәбе, уға ихтирам, һөйөү тәрбиәләүҙең ябай, әммә һөҙөмтәле ысулы. Республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы, Мәғариф министрлығы был мәсьәләне ҡарап, артабан даими рәүештә эш алып барыуҙы юлға һалһын ине.
Шиғриәт тураһындағы һүҙемде уҡыусы йылдарымдан иҫтә ҡалған шиғыр юлдары (авторы Венер Йәнбәков шикелле) менән тамамлағым килә.
Мин белмәгән ниндәй хикмәтең бар,
Ниндәй серҙәрең бар ул тиклем?
Поэтик тел менән әйтсе миңә,
Әйтсе, поэзиям, һөйөклөм!
Төшөнәһем килә серҙәреңде,
Белгем килә һине шул тиклем.
Юнир АҘНАҒОЛОВ.
Мәләүез ҡалаһы.