Икар08.12.2011
Эх, бар ине шундай саҡтар:
Ер шары ла
Тар ине.
Өмөттәрем —
Ап-аҡ ҡанат,
Хыялым
Икар ине.

Осто хыял яҡтылыҡҡа,
Ынтылды
Бейек-бейек.
Һәм ҡоланы,
Көтмәгәндә
Ап-аҡ ҡанаты көйөп.

...Баш осонда шул күк һаман,
Бөйөклөк көҫәй
Сәм дә.
Тик, бына, көйгән ҡанаттар
Иҙән һеперер
Хәлдә...

Салауат Әбүзәров


Вернуться назад