“Йондоҙҙарға ғашиҡ булып, йылдарым үтте елеп...”06.11.2012
“Йондоҙҙарға ғашиҡ булып, йылдарым үтте елеп...”Әхмәҙин ӘФТӘХ
Көҙгө уйҙар

Бер кем көҙҙө көтөп алмай,
Көҙҙәр килә көттөрмәй.
Быҫҡаҡ ямғыр аҫтарында
Хатта, ана, эт өрмәй.

Барлыҡ донъя шыҡһыҙ ҡалған,
Алда оҙон ҡыштар бар.
Ярай әле, минең менән
Бында ҡалған ҡоштар бар.

Нимәгә һуң өмөт итеп
Ҡыштарға инеп барыу?
Элеккеләй, ҡояш сөйөр
Йөрәктәрҙә юҡ ҡарыу.

Ә шулай ҙа ҡыш артында
Изге хәбәрсе, яусы —
Ҡыйыҡтарҙан тыпырҙашып,
Йырлашып тамыр тамсы.

Шул тамсынан хасил булыр
Юл ярыр йырғанаҡтар.
Ҡоштарға һәм миңә бирер
Өр-яңы йыр-ҡанаттар.

Үҙем генә беләм

Үҙем генә беләм ҡурғаш кеүек
Яңғыҙлыҡтың иңгә баҫҡанын.
Тик яңғыҙҙар аңлай бындай саҡта
Һине иҙеп, ваҡыт аҡҡанын.

Ҡолаҡ менән түгел, йөрәк менән
Һәр бер өндө һөҙәм йыһандан.
Өмөт сәсер ауаз үтеп китер,
Ҡулды һелтәп, әгәр йыбанһам.

Үҙем генә беләм, үҙем генә
Яңғыҙлыҡтың иңгә баҫҡанын.
Шуғалыр ҙа бөгөн локаторҙай
Һәр ауазға йөрәк асҡанмын,
Йыһан тупһаһына баҫҡанмын.

Ярһыу

Иҙел таша, ярҙарынан аша,
Һыуҙа йөҙә өйҙәр караптай.
Миңә ҡалһа, Иҙел һауытынан
Әсеп сыҡҡан яңы шараптай.

Баш илерткес яҙғы хистәремдә
Был донъяны килә ҡосаһы.
Иҙел кеүек ташып, ярҙан ашып,
Әллә ҡайҙа килә осаһы.

Күп тә үтмәҫ, Иҙел йыуашланып
Ярҙарына ҡайтып һыйыныр.
Иңдәренә йөкмәп үҙ хәстәрен
Килер яҙға тиклем тыйылыр.

Мин дә әле, бына, шаңҡып торам
Таныш ишектәрҙе асырға.
Йыраҡлашҡан яҙғы шаңдауҙарҙан
Баш сатнауын нисек баҫырға?..

* * *
Ваҡыт еткәс инде яҙ көттөрмәҫ,
Ҡоторһа ла тышта ҡар-буран.
Көн дә иртә, ҡулға көрәк алып,
Оло юлға ҡарап юл ярам.

Тиҙләтәһе ине, тиҙләтәһе
Яҡындағы яҙҙың аҙымын.
Ишетәһе ине бер иртәлә:
— Күптән көткән һинең яҙыңмын!

Яҙ ҙа килер, шаян гөрләүектәр
Ташҡын йылғаларға юл алыр.
Был яҙҙың да сағыу көндәренән
Күңелемдә ошо йыр ҡалыр.

Йондоҙҙар йыраҡлаша

Август төнө, күкте телеп
Йондоҙ атылды тағын.
Бар хыялдар селпәрәмә,
Йәшлегем, ауан сағым.

Күпте ах(ы)ры өмөт иттем,
Күкте яуламаҡ инем.
Йылдар һалған йөк-бурыстан
Эйелә ергә иңем.

Ҡайҙа хәҙер йондоҙҙарға
Баш күтәреп үрелеү.
Ымһындырған офоҡтарға
Ҡулды һуҙып йүгереү.

Хыялдарым төнгө томан,
Таратты ғүмер еле.
Йондоҙҙарға ғашиҡ булып,
Йылдарым үтте елеп.

Август төнө, ә күктәрҙә
Әле лә хистәр таша.
Бөгөн яуған йондоҙҙарға
Бағамын йәштәр аша.
Йондоҙҙар йыраҡлаша.

Кем булдың?

Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына йылмайҙың да
Башың һелкеп һаулыҡ һораштың.
Булмышымды ҡапыл тетрәндерҙе
Моңһоулығы һинең ҡараштың.

Ауыҙ асып бер ни әйтә алманым,
Халыҡ ағымында юғалдың.
Хәтер сылбырҙарын һүтәм-тетәм,
Ғәфү итсе, һылыу, кем булдың?

Һинме әллә йәшлек яҙыбыҙҙа
Ҡыҫыр йәшен булып балҡыған?..
Юлдарыбыҙ йәнәш үтһә лә бит,
Бер-беребеҙҙе беҙ тапмаған.

Ҡала урамында осраның да
Ҡыйыр-ҡыймаҫ һаулыҡ һораштың.
Йәшлек яҙын тағын хәтерләтеп,
Мәңгелеккә инеп аҙаштың.

Ҡайтыу

Ҡайтыр юлдарымда шомло тынлыҡ,
Күҙәтәләр ситтән тау-таштар.
Гүйә улар фани донъя менән
Иҫәп-хисап өҙгән ҡорҙаштар.

Иңдәремде баҫҡан ҡайғыларҙан,
Күктәр сатнап, йондоҙ атыла.
Һуңғы ваҡыт туйға саҡырмайҙар,
Йыназаға бик йыш ҡайтыла,
Йөрәк ярып йондоҙ атыла.

Ашыҡма

Ашыҡмасы, ҡустым, ашыҡмасы
Нарыҡларға беҙҙе: “Ҡарт!” — тиеп.
— Аяҡ аҫтарында буталмайса,
Пенсияңды ашап ят! — тиеп.

Йорт-ҡәлғәңдә боҫоп ятыр инең,
Беҙ бит әле, ҡустым, мал түгел.
Борсоу уйҙар менән яғалашып,
Көндө-көнгә ҡоршау ял түгел.

Үҙең күреп тораң, халҡы өсөн
Был дәүләттең бер ҙә йүне юҡ.
Майлап-яйлап нисә йылдар инде
Таламаған төнө-көнө юҡ.

Бына шуға кәлтер-кәлтер килеп
Заман майҙанына сығабыҙ.
Ғүмер буйы илем, халҡым, тиеп
Янып йәшәй әле ағағыҙ.


Вернуться назад