Был йортҡа ҡарайһың да: “Элегерәк ергә яртылаш сумырып һалынған саман өйҙәр эргәһендә бик мөһабәт булып, күкрәген киреп ултырғандыр”, — тиһең. Бөгөн дә үҙ төҫөн, күркәмлеген һаҡлай ул.
Заманында хужаһы өй бураһын Башҡортостан яғынан килтереп ултыртҡан. Ағас йорттар һирәк саҡта дала яғы өсөн яңылыҡ, байлыҡтың бер күрһәткесе булғандыр был. Хужа бураны бәләкәй таш нигеҙгә ултыртмаған, ә аҫҡы яғын кирбестән һалған, баҙ урынына буйҙан-буйға тупрағы алынған. “Полуземлянка” тиҙәр ундай “беренсе ҡат”лы йорт нигеҙен. Арттан бәләкәй генә тәҙрә ҡалдырылған. Ишеге урам яҡлап асыла. Ғәҙәттә, лавка-магазин тотоу өсөн шулай эшләгәндәр.
Билдәле балалар яҙыусыһы, Сөләймән ағай Муллабаев (мәрхүм) был йорттоң ауыл байыныҡы булыуы, унда төрлө яҡтан билдәле кешеләр туҡталып китеүе, ауылындағы ошо өйгә ҡағылышлы төрлө легендалар йөрөүе тураһында һөйләгәйне. Беҙ барғанда, 1986 йылда, мәсеттәрҙең асыла, тергеҙелә генә башлаған сағы ине. Сөләймән ағай ауыр һулап ҡуйҙы: “Беләһеңме, әлеге мәсеттең, ошо өйҙөң, полуземлянкаһында ҡыҙыл партизандарҙы язалап, ситкә сығарып атҡандар. Хатта бәйет тә йәшәй Иҫке Юлдашта...”
Ошо бәйет блокнотҡа теркәп ҡуйылған, ләкин әлегәсә — 16 йыл буйына — баҫтырылмаған. Һуңлап булһа ла, уны “Башҡортостан” уҡыусыларына еткерге килә.
Ун өс партизан бәйетеКазачиҙар килеп кергәс,
Ат ялдарын үрәләр.
Ун өс кешенең әжәлен
Буржуйҙарҙан күрәләр.
Ун өс партизанды йыйып,
Ихатаға теҙҙеләр.
Хафиз мулла ҡул һелтәгәс,
Йәндән өмөт өҙҙөләр.
Харрас ағай алдарына
Ҡаршы сығып тотолған.
Сәбәп иткәс, Алла ҡушҡас,
Дәүләтбайы ҡотолған.
Ауыҙлыҡ сәйнәп, үрә сапсый
Казактарҙың аттары.
Һорап алып ҡалманыҡ, тип,
Үкенде ауыл ҡарттары.
Казачиҙар килеп кергәс,
Тауға менеп киттеләр.
Арап урманына илтеп,
Турап, өйөп киттеләр.
Мылтыҡ менән атмағандар,
Ҡылыс менән сапҡандар.
Таң атҡансы йән бирә алмай
Ыңғырашып ятҡандар.
Бәйеттең ҡыҫҡа ғына был өҙөгө болғансыҡ боларыш заманының хәл-ваҡиғаларын, йән өҙгөс ауазын беҙҙең быуынға килтереп еткерә, ағаһы — ҡустыһына, ҡустыһы ағаһына ҡаршы барырға мәжбүр булған осорҙо һүрәтләй. Улай ғына ла түгел, уяу булырға саҡыра: беҙҙең замандағы, үткән быуаттың 20-се йылдарындағы, хаталарҙы ҡабатлап, берегеҙ — аҡ, икенсегеҙ ҡыҙыл булып, йәндәрегеҙҙе ҡыймағыҙ, ти.
“Һорап алып ҡалманыҡ, тип,
Үкенде ауыл ҡарттары...”
Бәйеттең моңһоу, йән өҙгөс көйө тарих төпкөлөнән ишетелә...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Ырымбур өлкәһе,
Красногвардейск районы,
Иҫке Юлдаш ауылы.