Журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовты донъяға киң ҡарашлы, үҙенең тәбиғәт биргән нәфис һүҙгә һәләтен төрлө яҡлап ихлас ҡулланған замандашыбыҙ тип беләбеҙ. Мәскәүҙә нәшерләнеүсе баҫмалар менән дә әүҙем хеҙмәттәшлеге ошоға дәлил. “Журналист” журналының октябрь һанында уның “Ноша, которая не тянет” тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Был хаҡта авторҙан ентекләберәк белешергә булдыҡ.
— Ҡайһы йөк тураһында һүҙ бара?
— Урыҫса киң билдәле “Своя ноша не тянет”тан килеп сыҡты ул: фекерҙе һүҙҙәр ярҙамында белдергәндә, артыҡ та, кәм дә бер генә лә һөйләм, һүҙ, хатта өн дә булмаҫҡа тейешлекте раҫлағанда, һәр литера-фонеманың үҙ йөгө булһын, улар дөйөм эшкә өлөшөн индерһен, тинем һәм әлеге әйтем үҙенән-үҙе хәтергә килде. Шуны үҙгәртә төшөп, тотош мәҡәләләр серияһына атама яһаным, һәм был артабан даирәне киңәйтеп ебәрҙе: яратҡан, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан һөнәр яурындарҙы баҫмай ул.
— “Мәҡәләләр серияһы”, тинегеҙме?
— Эйе, шулай булыр тип торам, һәр хәлдә редакция вәғәҙәләй. Радиожурналистика, һүҙ сәнғәте тураһында фекерләү, шул фекерҙәр менән уртаҡлашыуҙан һис ҡасан ялҡҡаным юҡ, һәм әлеге материал да, күпме генә ҡыҫҡалыҡҡа ынтылмайым, күләм яҡлап байтаҡ булды ла китте, шуға бер нисә һанда бирергә ҡарар иткәндәр. Кисә кис сайттарында ноябрь һаны сыҡҡанын хәбәр иттеләр, “Микрофон не обманешь” тигән икенсе өлөшө бар.
— Ниндәй маҡсат менән яҙылды?
— Беренсенән, һәр беребеҙ үҙ һөнәребеҙҙә күпмелер ыңғай тәжрибә туплайбыҙ икән, ваҡыты еткәс, быға әхлаҡи хоҡуғыбыҙ барлығын аңлағас, йәмғиәт менән уртаҡлашырға тейешбеҙ тип уйлайым. Юғиһә, һәр хәбәрсе эшмәкәрлеген ҡола яландан башлаһа, нисек була инде ул? Былай беҙ әллә ни ҡуйы урман үҫтерә алмабыҙ. Икенсенән, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнау ҙа дөрөҫ түгел бит — шәп эшләйбеҙ, уныһына шик юҡ, әммә “Юлдаш” радиоһы тураһында, башҡортса эшләү үҙенсәлектәре хаҡында Мәскәүҙә лә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә белһендәр әйҙә. Тап ошоно күҙҙә тотоп та, “Журналист”ҡа, йәнә лә “Журналистика һәм медиабаҙар” исемле икенсе бер баҫмаға даими яҙышам. Өсөнсөнән, хәбәрсе ҡушылғанды ғына үтәп йөрөмәһен ул, ижади ҡараһын, иркенерәк туғайҙарға сыҡһын, шул саҡта уның, минеңсә, хатта оҫталығы ла арта. Ә инде башҡорт теленән тыш урыҫса ла эшләү фекер үткерлеге өсөн арыу кеүек — сағыштырыу мөмкинлеге лә бар.
— Мәҡәләләрегеҙ нимә тураһында?
— Журнал үҙе мастер-класс тип атаған, йәғни тәжрибәле радиохәбәрсенең оҫтаханаһынан күренештәр була инде, ләкин ул хәтлем аҡыл өйрәтеүгә ынтылманым, тик үҙем эшләгәнде генә яҙҙым. Йәнә лә хәбәрселек һөнәрен өҫкәрәк күтәрергә теләнем. Унда түбәндәге урын да бар:
— Тапшырыу радиола буламы? — Буласаҡ әңгәмәсенең телефон аша шулай ҡабатлап һорауына “эйе” тип яуаплайым һәм:
— Улайһа галстук тағып тормаһам да ярай икән... — тип еңел һулағанын ишетәм. — Күренмәй бит.
— Тағығыҙ, — тим ҡәтғи итеп. — Күренә ул. Һүҙҙәрегеҙ аша күренә. Минең тапшырыу — бик етди проект, унда олпат кешеләр килә, ә олпат кешенең тышҡы ҡиәфәте лә шулай булырға тейеш.
Минеңсә, әлеге етдилек-олпатлыҡ тураһында әйтеп-яҙып та хилафлыҡ ҡылманым, сөнки программаңдың рейтингын тәү нәүбәттә үҙең күтәрергә тырышырға тейешһең, тигән ныҡлы фекерҙәмен.
Б. МӨХӘРРӘМОВ әңгәмәләште.