“Атайымды, үҙе һөйләүенсә, яңы тыуған килеш бесән араһынан тапҡандар. Аҙаҡ ниндәйҙер приютҡа алып баралар, шунда исемен дә ҡушалар”, — тип хәтерләй беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе һәм балетмейстеры Фәйзи Ғәскәровтың ҡыҙы Гөлнара. Ошо ярҙамһыҙ сабый бер заман тотош илгә билдәле булып китер тип кем уйлаған?!
БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәровты хаҡлы рәүештә “Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең атаһы” тиҙәр. Бәләкәйҙән етемлектең әсе һурпаһын татып үҫкән малай тырышлығы, яҡтылыҡҡа ынтылышы менән оло сәнғәт юлына үҙе юл яра.
Буласаҡ мәшһүр хореограф Бөрөләге, Смоленск өлкәһендәге балалар йорттарында тәрбиәләнә. 1924 йылда уны Бөрө педагогия техникумына уҡырға урынлаштыралар. Бейеүгә һөйөү Фәйзи Әҙһәм улын сәнғәт техникумына алып килә. Шул осорҙа Башҡорт драма театры артистары, сос егеттең һәләтен күреп, уны үҙҙәре менән йәйге гастролдәргә алып сыға.
Бейеү Фәйзи Ғәскәровтың йәшәү рәүешенә әүерелә. Режиссер Мортазин-Иманскийҙың кәңәше буйынса ул СССР-ҙың Ҙур театры ҡарамағындағы хореграфия техникумына уҡырға бара. 1928–1932 йылдарҙа данлыҡлы балетмейстер Игорь Моисеев класында һабаҡ ала, артабан Ленинград хореография училищеһында уҡыта.
— Училищела Башҡортостандың һәләтле балаларына милли бүлек асыу өсөн Мәскәү түрәләре тупһаһын Фәйзи Әҙһәм улы йыш тапай, — ти балетмейстер Хашим
Мостаев. — Йөрөй торғас, ул Надежда Крупскаяның үҙенә барып етә һәм мәсьәлә ыңғай хәл ителә.
1934 йылда Фәйзи Ғәскәров иң талантлы балаларҙы һайлап, Ленинградҡа алып бара. Улар араһында Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров, Майя Таһирова кеүек киләсәктә балҡыясаҡ сәхнә йондоҙҙары була.
Башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереү теләге Фәйзи Ғәскәровҡа тынғылыҡ бирмәй. Остазы Игорь Моисеев был ынтылыуҙы хуплай һәм егеткә ауылдарға йөрөп халҡының йолаларын, көнкүрешен, милли музыкаһын яҡындан өйрәнергә кәңәш итә. Башҡортостанға ҡайтып, ауылдар буйлап этнографик экспедицияларға сығыу бәхетенә өлгәшә Ғәскәров. Яңы бейеүҙәр һалыу өсөн материалдар туплай, шул уҡ ваҡытта һәләтле йәштәрҙе йыя. 1939 йылдан алып Фәйзи Ғәскәров яңы ғына ойошторолған бейеү ансамбленең художество етәксеһе булып китә.
1941 йылдың йәйендә Мәскәүҙә башҡорт сәнғәте декадаһы үтергә тейеш була, әммә быға ҡәһәрле һуғыш ҡамасаулай. Илгә афәт килгән осорҙа яугирҙәрҙең рухын күтәреп, Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙыу фронттарҙа сығыш яһай.
Йылдар үтеү менән Фәйзи Ғәскәров ойошторған ижади коллективтың даны ҡитғаларҙы урап сыға. Африка, Азия, Европа илдәре милли бейеүҙәрҙе ҡарап һоҡлана. Ә инде 1988 йылда Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә уға нигеҙ һалыусының исеме бирелә.
Арҙаҡлы хореограф-балетмейстерҙың сәнғәтебеҙгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шуға ла уның исеме бер ваҡытта ла халыҡ теленән төшмәй.
А. АБҘАҠОВ.
Миңә 1969 йылда көньяҡ-көнсығыш райондарҙа гастролдә саҡта, Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ҡайһы бер номерҙарын Әмир Абдразаҡов киноға төшөргәнде бер нисә көн рәттән күреү бәхете насип булғайны. Унда ансамблдең атаҡлы етәксеһе Фәйзи Ғәскәров та килгәйне. Уның исеме сыҡҡан һайын шул хәтирә күҙ алдыма баҫа.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.
Шарлауыҡта бейеүКөн битендә,
Ҡыҙған саҡта таштар,
Бейенеләр упҡын өҫтөндә.
Тынысландың кисен
ҡояш һымаҡ,
Бурыс төшкән кеүек
өҫтөңдән.
Таң атыуға тағы,
ҡояш ише,
Уяндың һин ярһып,
тоҡанып.
Күрҙем шунда:
һәр бер бейеүсегә
Һинең уттың
нисек йоҡҡанын.
Бейеү һаман
ҡыҙа ғына барҙы,
Менгән һайын ҡояш юғары.
Эй баҫтылар,
бейенеләр шулай,
Утһыҙ таштың
утын сығарып.
Ҡыҙҙырҙы көн, гүйә,
ошо уттан,
Ҡеүәтенән бейеү ҡотоноң.
Үҙ күҙҙәрем күреп,
табындым мин
Аллаһына бейеү утының.
Эй был утлы бейеү,
утлы ғүмер
Кемдең йөрәгендә уйылмаҫ!
Был бейеүҙе
бер ҡат күргәндең дә
Хәтеренән мәңге юйылмаҫ.
Ғәҙелшаның
бейек шарлауығы
Шаһит булды
шундай бейеүгә.
Торошло был бейеү,
был осоштар
Ирәндектәр башын эйеүгә.
Эй һин, утлы яҙмыш!
Һының ҡалды,
Эҙең ҡалды ҡояш төҫөндә.
Һине тапҡан
бейей алған халыҡ
Шарлауыҡта,
упҡын өҫтөндә.
Фәйзи ҒәскәровУл бөтәһен
көрәш менән алды,
Ҡаты көрәш менән яуланы.
Бейеүҙәрҙе
ут-ялҡындан һыҡты,
Үҙенән дә шулай дауланы.
Был эшенең
үлмәҫ киләсәген
Нисек белде икән Ғәскәров?
Донъя буйлап
йөрәктәрҙе яулай
Башҡорттарҙың
бейеү ғәскәре.