Ғалим-лингвист Ғәббәс Дәүләтшиндың башҡорт әҙәби тел ғилеменә арналған хеҙмәттәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул телебеҙҙең диалекттарын билдәләгән, беренсе орфографик һүҙлекте төҙөгән, латин графикаһында сыҡҡан тәүге башҡорт әлифбаһының авторҙашы ла булған. Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетында уның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Хәҙерге төрки филологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” исемле Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Ғәббәс Йәғәфәр улы сығышы менән — Һамар өлкәһенән. Тәүҙә тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә белем ала, аҙаҡ Өфөгә килеп мәктәптә уҡыта. 1929 — 1931 йылдарҙа Ленинград Көнсығыш институтында уҡый.
Конференция башланыр алдынан БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында Ғәббәс Дәүләтшинға иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
— Ғәббәс Йәғәфәр улы шул осорҙа уҡ башҡорт телен мәктәптәрҙә, университеттарҙа уҡытыу мөһимлеген билдәләгән, — тине үҙенең сығышында филология фәндәре докторы, профессор Марат Зәйнуллин. — Ул буш һүҙ һөйләп кенә ҡалмай, ә әйткәндәрен бойомға ашырыу өсөн дәреслектәр төҙөй. Уның барлыҡ хеҙмәте архивта һаҡлана. Шуларҙы яҡын арала ныҡлы өйрәнеп, бер нисә китап итеп баҫтырыу бурысы тора.
Уҡытыусы, ғалим һәм методист Ғәббәс Йәғәфәр улының тормош юлы 1937 йылда фажиғәле өҙөлә. Педагогия институтында уҡытыусылар һәм студенттар араһында милләтселекте пропагандалауҙа ғәйепләп, уны атырға хөкөм итәләр.
А. АБҘАҠОВ.